

Кисә “Торатау” Конгресс-холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда республика етәксеһе Р. Хәбиров та ҡатнашты. Радий Фәрит улы табиптарҙы һәм шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.
Сарала беҙҙең район табибына ла оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн юғары награда тапшырылды.
Табип-офтальмолог Ҡаһарманова Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙын “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән исем бирелеүе менән ҡотлайбыҙ һәм яңы һөнәри ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон һәм бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.