

Башҡортостанда йыл башынан 3,6 мең льготаға эйә граждан шифаханаларға юллама алған.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса Бүлексәһе граждандарҙың льготалы категорияларына 147 миллион һумдан артығыраҡ суммаға шифахана-курорттарға юлламалар биргән. Юлламалар медицина күһәтмәләре һәм сир йүнәлеше буйынса сиратҡа ярашлы бирелә.
Башҡортостанда йәшәүселәр “Йоматау”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Березка” ял йорто”, “Дәрт” (“Бодрость”) һәм “Тонус” сәләмәтлек йорттарында (здравницы), шулай уҡ Краснодар һәм Ставрополь крайҙарындағы шифаханаларҙа сәләмәтлектәрен нығытты.
Шифахана–курорт дауаһы социаль хеҙмәттәрҙең (НСУ) бушлай юллама алыу һәм дауаланыу урынына, унан кире юлға бушлай йөрөү буйынса өлөшөнән баш тартмаған льготаға эйә граждандарға тейешле.
Льготаға эйә булыусыларға түбәндәгеләр инә: инвалидлыҡтары булған граждандар (шул иҫәптән балалар ҙа), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм ҡатнашыусылары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, блокадалы Ленинградта, баҫып алынған Севастополдә һәм Сталинградта йәшәүселәр, Чернобыль һәләкәтендә зыян күреүселәр һ.б.
Инвалидлыҡтары булған балалар һәм беренсе төркөм инвалидтары үҙҙәрен оҙатып йөрөүсе икенсе кешегә лә юллама алыуға хоҡуҡлы.
Юлламаны алыу өсөн шулай уҡ шифахана дауаһы кәрәк икәнлеген раҫлалусы 070/у формалаға медицина белешмәһе (справка) талап ителә.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәте порталы, Күп функциялы үҙәк (МФЦ) йәки Рәсәй Социаль фонды Бүлексәһенең клиент хеҙмәте аша бирергә мөмкин. Иҫәпкә ҡуйылғас, Рәсәй Социаль фонды сайтында юллама алыуға үҙеңдең сиратыңды күҙәтеп барырға мөмкин.
Граждандарҙың льготалы категорияларын шифахана-курорт дауалауына юлламалар менән тәьмин итеү һорауҙары буйынса берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8–800–100–00–01 (шылтыратыу бушлай, эш графигы: дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, йомала – 9.00 сәғәттән 16.45 сәғәткә тиклем).
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.