“Сәләмәтлек поезы” Бөрйәндә

4 - 6 майҙа Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре: эндокринолог, пульмонолог, гастроэнтеролог һәм ревматолог, шулай уҡ Республика стоматология поликлиникаһынан стоматолог-терапевт һәм стоматолог-хирург Байназар ауылында пациенттарҙы ҡабул итә.

“Сәләмәтлек поезы” Бөрйәндә“Сәләмәтлек поезы” Бөрйәндә
“Сәләмәтлек поезы” Бөрйәндә

2026 йылдың 13 апреленән Башҡортостан башлығы тарафынан «Сәләмәт Республика – сәләмәт төбәк» акцияһы старт алды. Сара Республикала 2019 йылдан алып үткәрелә. 7 йыл эсендә белгестәр 820 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. 2 меңдән ашыу яман шеш, 4 меңдән ашыу шәкәр диабеты, 200 – ҙән ашыуы туберкулез, 9 меңдән ашыу юғары ҡан баҫымы менән бәйле ауырыуҙар асыҡланған.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелгән һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” республика акцияһы Бөрйәндә 4 майҙан 8 майға тиклем ойошторола. 

4 - 6 майҙа Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре: эндокринолог, пульмонолог, гастроэнтеролог һәм ревматолог, шулай уҡ Республика стоматология поликлиникаһынан стоматолог-терапевт һәм стоматолог-хирург Байназар ауылында пациенттарҙы ҡабул итә. Табиптарҙы Байназарҙың “Ҡурыуҙы” фольклор ансамбле йыр-бейеүҙәре менән ихлас ҡаршыланы.

Әбделмәмбәт, Аҫҡар, Байназар, Брәтәк, Исламбай, Килдеғол, Ҡолғана, Ҡурғашлы, Мәһәҙей, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Мораҙым, Нәби, Яңы Монасип, Иҫке Монасип, Һарғая, Яуымбай ауылдары халҡы Байназар ауылында ҡабул иткән белгестәргә мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә.

Республика стоматология поликлиникаһы табиптары Байназарҙа көнөнә 25-30 кешене ҡабул итә. Стоматолог-хирург Артур Байморатов, стоматолог-терапевт Лилиә Исмәғилова һәм шәфҡәт туташы Гүзәл Сәлихйәнова пациенттарҙы ихлас ҡабул итә. “Айырым иғтибарҙы оло кешеләргә, әҙ мобилле граждандарға, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бирәбеҙ. Тештәр дауалауҙан һәм һурҙыртыуҙан тыш, шулай уҡ онкопатологияны иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек биргән онкоскрининг та эшләйбеҙ”, - тиҙәр стоматологтар.

Табиптарға күренеп сыҡҡан байназарҙар табиптарҙан бик ҡәнәғәт. “Бик матур итеп бер юлы 3 тешемде дауалап сығарҙылар. Тештәреңде яҡшы һаҡлағаның, афарин, тип ҡыуандырҙылар. Эштәрендә уңыштар теләйем”, тип рәхмәттәр яуҙырҙы 77 йәшлек Фәғилә Сәлихова.

Гастроэнтеролог Гүзәл Кашапова үҙе Учалы районынан. “Башҡорт телмәре ишеткәс, күңелгә йылы булып ҡалды. Ә ғөмүмән, республика дауаханаһында эшләгәс, төрлө телдәге пациенттар менән аралашырға тура килә, шуға ла беҙ әҙерәк мари, сыуаш телендә лә аңлайбыҙ. Таңғы биштә юлға сығып, әҙерәк арытһа ла, ҙур ихласлыҡ менән эшебеҙҙе башланыҡ. Халыҡ бында бик ҡунаҡсыл, ихлас. Әлбиттә, “Сәләмәтлек поездары”ның район-ҡалалар буйлап йөрөүе бик яҡшы, уның ҡарауы йылдан-йыл был сәләмәтлекте ҡайғыртҡан акцияны күберәк кеше белә һәм табипҡа күренеүселәр арта, аҙ мобилле граждандарҙы туғандары килтерә. Алыҫ ауылдарҙа йәшәгәндәр табипҡа күренә һалып та бармай. Мәҫәлән, бөгөнгө 20 пациенттың икәүһе генә Өфөгә барып күренгәне булған. Үт ҡыуығына операция эшләткәндән һуң күренергә килделәр, ашҡаҙан-эсәк трактының эшләмәүенә, үҙәк көйөүгә зарланыусылар булды. Беренсе көндә үк беренсегә асыҡланған сирҙәр теркәлде. Бер кешене ҡан тамырҙары хирургына күренергә йүнәлтмә бирелде”, тип үткән көнгә йомғаҡ яһаны табип.

Яуымбайҙан килгән Таңһылыу апай “Сәләмәтлек поезы”н көтөп ала тиһәң дә булалыр. Сөнки ул тап ошо акция ярҙамында эндокринологҡа күренеп, ике тапҡыр Өфө дауаханаһында ятып сыҡҡан. Әле тағы ла йүнәлтмә бирелгән һәм тиҙ арала дауаханаға ятырға ҡушылған. “Ҙур рәхмәт, йыл да тәғәйен дауалауҙы алып торам”, ти ул.

Байназарҙа көндөҙгө стационарҙа эшләүсе Филиә Сәфиуллина пульмонологҡа күренгән. “Рәхмәт, бик һәйбәт ҡараны. УЗИ, анализдар булһа, тағы ла яҡшыраҡ, шунда уҡ ҡарайҙар, дауа яҙалар, йәиһә Өфөгә ебәрәләр. Һәр кемдең өй мәшәҡәттәренән арынып сығып китергә форсаты юҡ, табиптар үҙҙәре килгәндә халыҡ килһен, күренһен ине”, тигән теләктәрен белдерҙе ул.

Пульмонолог Альберт Мирхәйҙәров әйтеүенсә, мөрәжәғәт иткән 18 кешенең 5-әүһен мөмкинлектәренә ҡарап, билдәле бер көндәрҙә өҫтәмә тикшереү йәки дауалау өсөн госпитализацияға яҙҙырған. “Үпкә сирҙәре, тәмәке тартҡан кешеләр, астма менән сирләүселәр мөрәжәғәт итә, проблемаларын асыҡ итеп аңлата. Тәүге көндә үк беренсел асыҡланған сирҙәр теркәлде”, тип ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе Альберт Марсель улы.

7 һәм 8 майҙа Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре Иҫке Собханғолда пациенттарҙы ҡабул итәсәк. Үрҙә һанап үтелгәндәрҙән тыш, башҡа ауылдарҙың халҡы Иҫке Собханғолда табиптарға күренә ала. “Стоматология” кабинеты белгестәре был көндәрҙә Ғәҙелгәрәй ауылында эшләйәсәк.

Былтыр Бөрйән районында “Сәләмәтлек  поездары” белгестәре бөтәһе 300-ҙән ашыу сирҙе, шул иҫәптән диабеттың һирәк формаларын һәм йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһын асыҡлаған. Оло йәштәге пациенттарҙа оҙаҡ ваҡыт бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәгән күреү һәм ишетеү һәләте менән проблемалар табылған. Ҡатын-ҡыҙ һаулығына ла айырым иғтибар бүленгән. Районда был проект бөтәһе дүрт меңдән ашыу пациентты үҙ эсенә алған.

 

 

“Сәләмәтлек поезы” Бөрйәндә
“Сәләмәтлек поезы” Бөрйәндә
“Сәләмәтлек поезы” Бөрйәндә
“Сәләмәтлек поезы” Бөрйәндә
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас