

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы май байрамдарында дауаханаларҙың эш графигын баҫтырып сығарҙы.
Уға ярашлы, 1, 2, 9, 11 майҙа амбулаториялар һәм поликлиникалар шәмбе графигы буйынса эшләй (иртәнге сәғәт 8-ҙән 4-кә тиклем шылтыратып саҡыртырға мөмкин) 3, 10 май – ял көндәре.
Профтикшереүҙәр һәм диспансеризация: 1, 2, 9, 11 май.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары: 1, 2, 9, 11 майҙа. Был көндәрҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар район-ара яралғыны антенаталь һаҡлау кабинеттарында УЗИ-скрининг үтә ала.
Яңы тыуған сабыйҙарға неонаталь скрининг көн һайын үткәрелә. Биоматериал Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә.
“Башинформ”дан.