Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Февраль , 16:30

Ризыҡты дарыу һымаҡ итеп ашағыҙ, юғиһә...

56 йәшлек миллиардер  яман шеш арҡаһында донъя менән бәхилләшкән. Уның һуңғы һүҙҙәре уйланырға мәжбүр итә:

Ризыҡты дарыу һымаҡ итеп ашағыҙ, юғиһә...
Ризыҡты дарыу һымаҡ итеп ашағыҙ, юғиһә...

Ул 56 йәшендә миллиардер булып яман шеш арҡаһында донъя менән бәхилләшкән. Уның һуңғы һүҙҙәре уйланырға мәжбүр итә:

 “Байлыҡ – мин уға өйрәнгән тормош факты ғына. Әлеге ваҡытта, сирле түшәгендә яҡтан саҡта, мин бөтә үткән тормошомдо иҫемә төшөрәм һәм минең тормошомда булған барлыҡ танылыуҙарҙың, дан алыуҙарҙың һәм байлыҡтың кисектергеһеҙ үлем алдында бик мәғәнәһеҙ һәм һәр төрлө мәғәнәнән мәхрүм ителгән икәнен аңлайым.

Үҙегеҙҙе яҡшы ләззәттәрҙән мәхрүм итмәгеҙ. Башҡаларҙы ихтирам итегеҙ. Олоғая барған һайын беҙ аҡыллана төшәбеҙ һәм 30 доллар торған сәғәт тә, 300 доллар торған сәғәт тә бер үк ваҡытты күрһәткәнен аңлайбыҙ. 30 долларлыҡ янсыҡ йөрөтәбеҙме, 300 долларлығын йөрөтәбеҙме – улар бер үк суммалағы аҡсаны һыйҙара ала.

150 000 доллар торған автомобилдә барабыҙмы, 30 000 долларлығындамы – юл һәм алыҫлыҡ бер тигеҙ, беҙ шул уҡ барыр еребеҙгә барып етәбеҙ.

300 квадрат метрлыҡ өйҙә йәшәһәң дә, 3000 квадрат метрлығында йәшәһәң дә – һин берҙәй яңғыҙһың. Һинең эске бәхетеңден асылы был донъяның матди әйберҙәренә бәйле түгел.

Самолеттың беренсе класында осаңмы, эконом класындамы – самолет ҡолай икән, уның менән бергә һин дә ҡолайһың... Тимәк... Яныңда серҙәреңде бүлешер, шатлыҡ-ҡайғыңды уртаҡлашыр, аралашыр дуҫтарың йәки кемдер бар икән, был ысын-ысындан бәхет!

Биш бәхәсһеҙ факт!

Балаларығыҙҙа байлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләмәгеҙ.Уларҙы бәхеткә ынтылырлыҡ итеп тәрбиәләгеҙ. Шул саҡта улар үҫкәс әйберҙәрҙең баһаһын белер, ә хаҡын түгел.

 

Ризыҡты дарыу һымаҡ итеп ашағыҙ. Киреһен эшләһәгеҙ,  дарыуҙы ризыҡ урынына ашарһығыҙ.

Һеҙҙе яратҡан кешеләр баш тартыуға хатта 100 процент сәбәп булғанда ла һеҙҙе ташлап китмәҫ.

Кеше булыу менән кешелекле булыу араһында ҙур айырма бар. Әгәр һеҙ тиҙ барғығыҙ килһә, яңғыҙ атлағыҙ! Әгәр һеҙ алыҫҡа киткегеҙ килһә, кешеләр менән бергә барығыҙ!”

Стив Джобс.

(Интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтан).

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас