Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Февраль , 16:20

Алтын ҡуллы табип, тиҙәр

Тештәрҙең сәләмәт булыуы тотош организмдың торошона ыңғай булышлыҡ итә, тиһәң, һис тә хата булмаҫ. Сөнки теш менән бәйле проблемалар йөрәк һәм ҡан тамырҙарының зарарланыуына, тире ауырыуҙарына, нервы системаһы һәм баш мейеһе, ашҡаҙан-эсәк юлы, бауыр, бөйөр эшмәкәрлегенең боҙолоуына, иммунитеттың ҡаҡшауына килтерә.

Алтын ҡуллы табип, тиҙәр
Алтын ҡуллы табип, тиҙәр

-Тештәр тураһында бәләкәй саҡтан хәстәрлек күрә башларға кәрәк,- ти райондың билдәле стоматологы, “Бөрйән медицина үҙәге” клиникаһы табибы Таңатар Ҡасимов.

Таңатар Йәмил улы – был өлкәлә 10 йылдан ашыу тәжрибәһе булған оҫта белгес. Район халҡы уңайлы шарттарҙа тештәрен дауалай алһын өсөн бынан ике йыл элек ул район үҙәгендә шәхси клиникаһын асып ебәрҙе. Заман талаптарына яуап биргән йылы, бөхтә бинала кариес, пульпит, периодотит кеүек теш ауырыуҙарын дауалай, теш протездары, коронкалар ҡуя. Хаҡтар ҙа ҡалалағы стоматология клиникалары менән сағыштырғанда, күпкә ҡайтыш - теш протезы эшләтеүҙең хаҡы 12 мең һумдан, коронка ҡуйҙырыу 4 мең һумдан башлана. Эшенең һөҙөмтәһе кешене ҡыуандырһын, уға оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн табип тик юғары сифатлы тауарҙар ғына ҡуллана. Шуға ла үҙенә мөрәжәғәт итеүселәрҙән тик маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.

Табиптың бер нисә клиентынан уның тураһында фекерен дә белештек.

Нәзифә Г.:

- Протездарым иҫкергәс, Таңатар Йәмил улына мөрәжәғәт иттем. Тиҙ арала эшләп бирҙе. Элек “Корега” кремын һөртмәйенсә протезды кейә алмай инем, ул эшләп биргәс, бөтөнләй башҡаса - крем да кәрәкмәй. Эшенән ныҡ ҡәнәғәтмен. Ҡыҙымды ла тик уға йөрөтәм. Тештәрен дауалатыуҙан ҡурҡа ине, хәҙер Таңатар Йәмил улына бик теләп йөрөй. Ҡулдары алтын уның, ҡурҡмайынса йөрөргә була. Уға ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәм һәм һаулыҡ, эшендә уңыштар теләйем.

Наилә А.:

-Таңатар Йәмил улы бер арауыҡ Белорет районының Сермән ауылында эшләп киткәйне. Шул ваҡытта уға тештәремде дауалатырға йөрөргә насип булды.

Бала саҡтан теш табибынан ҡурҡтым. Шулай ҙа тештәрем күпләп боҙола башлағас, табипҡа барырға тура килде. Бәхеткә күрә, Таңатар Йәмил улы эшкә килгәйне. Ул минең бөтә тештәремде дауаланы. Хәҙер ун йылдан ашыу шул тештәр миңә хеҙмәт итә. Уға гел рәхмәт уҡыйым. Беҙҙә эшләгәндә бөтә пациенттары менән дә иғтибарлы, итәғәтле булды. Әле Бөрйәндә таныштар менән аралашҡанда ла уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетәм. Ҡулдарының шифаһын күрһен. Эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, тыныс тормош  теләйем.

Таңатар Йәмил улы - Әбделмәмбәт ауылында тыуып-үҫкән. Ошо ауылда мәктәпте тамамлай һәм табип булам тигән хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Университетты тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһының 4-се һанлы стоматология поликлиникаһында интернатура үтә. Унда “Премьера” клиника селтәрҙәренә нигеҙ һалыусы тәжрибәле стоматолог-хирург, республиканың тәүге имплантологтарының береһе Ринат Тереғоловтың ҡул аҫтында эшләй.

Интернатураны уңышлы тамамлағас, Белорет стоматология поликлиникаһының балалар бүлегенә һәм хирургияға эшкә урынлаша. Шул уҡ ваҡытта Сермән амбулаторияһында ла эшләп йөрөй. Ул ваҡытта көнөнә 50-нән ашыу пациентты хеҙмәтләндерә. Ипле ҡуллы, асыҡ йөҙлө, төплө белемле табипты халыҡ шунда уҡ үҙ итә. Күптәре һаман да шылтыратып, йә хат аша булһа ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

2020 йылда Байназар амбулаторияһына эшкә ҡайта. Теш табиптары һанаулы ғына булғанға күрә уның эшкә ҡайтыуы район халҡы, бигерәк тә Байназарға яҡын ауылдар халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс була.

Үҙ эшен яратып, күңел һалып башҡарған табип бынан ике йыл элек шәхси клиника асырға ҡарар итә. Шәфҡәт туташы итеп Зөлфиә Һағынбаеваны эшкә ала. Ул шылтыратыуҙар ҡабул итеп, пациенттарҙы алдан яҙа, уларҙы дауалауға әҙерләй. Бөгөнгө көндә “Бөрйән медицина үҙәге” клиникаһына бөрйәндәр генә түгел, Ҡағы, Әүжән яғынан да киләләр.

-Тештәр ныҡ булһын өсөн ата-әсәләргә баланың ауыҙ ҡыуышлығы тураһында бәләкәй сағынан уҡ хәстәрлек күрергә кәрәк. Хәҙер балалар күбеһенсә тәмле-татлы ашай. Ә шәкәр кеше организмы өсөн тәбиғи булмаған продукт. Уның тештәргә генә түгел, башҡа органдарға ла зыяны ҙур. Тәмле-татлы урынына төрлө емеш-еләк биреү урынлы ла, файҙалы ла.

Шулай уҡ хәҙер кескәйҙәргә ҡаты аҙыҡ ашатмайбыҙ. Ул иһә тештәрҙе һәм теш ҡаҙнаһын таҙалай, ауыҙ ҡыуышлығының дөрөҫ формалашыуын тәьмин итә. Рационда ҡаты аҙыҡ булмау сәбәпле, кеше күпләп ортодонттарға мөрәжәғәт итә, брекеттар ҡуйҙыра.

Тағы ла бер хата фекер - ҡатын-ҡыҙҙар йөккә уҙғас тештәр боҙола тип уйлай. Тештәр ауырға ҡалғандан түгел, ә составында тимер булған дарыуҙар ҡабул итеүҙән боҙола. 

Теш табибына йөрөүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Тик барыр алдынан яҡшы итеп ашарға кәрәк. Сөнки ас кешенең ауыҙ ҡыуышлығы шайыҡты күп бүлеп сығара, был эшкә ҡамасау итә.

Хәҙер медицина үҫеште, заманса ҡорамалдар бар – күп осраҡта ауыртыу һиҙелмәй ҙә ҡала. Башҡа сирҙәр кеүек үк, теш ауырыуын да оҙаҡҡа һуҙмай дауалау яҡшы. Күптәр тештәре төшкәндән йәки һурҙырғандан һуң табипҡа йөрөү кәрәкмәй тип һанай. Бер тештең генә булмауы ла теш ҡаҙнаһының, ауыҙ ҡыуышлығының, хатта бит формаһының үҙгәреүенә килтерә. Шуға ла даими рәүештә стоматологҡа күренеп торорға кәңәш итәм, - ти күптәрҙең яратҡан теш табибы Таңатар Йәмил улы.

Автор: Айгүзәл Уразаева
Читайте нас