Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Февраль , 10:45

Маммограф ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы һағында

Бөрйән район үҙәк дауаханаһында рентген скрин маммографы әүҙем ҡулланыла. Был аппарат онкология ауырыуҙары менән көрәштә бик мөһим инструмент булып тора. Ҡоролма дауаханаға “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә килгәйне. 2025 йылда ғына ла аппарат ярҙамында 4 300 тикшереү үткәрелгән.

Маммограф ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы һағында
Маммограф ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы һағында

Бөрйән район үҙәк дауаханаһында рентген скрин маммографы әүҙем ҡулланыла. Был аппарат онкология ауырыуҙары менән көрәштә бик мөһим инструмент булып тора.

Ҡоролма дауаханаға “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә килгәйне. 2025 йылда ғына ла аппарат ярҙамында 4 300 тикшереү үткәрелгән.

Маммография – һөт биҙҙәре тирәһендәге яман шештәрҙе, кисталарҙы һәм башҡа яңы барлыҡҡа килгән үҙгәрештәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән махсуслаштырылған рентгенологик тикшереү. Ул һөт биҙҙәре яман шешен иртә стадияла, йәғни максималь эффектив һәм сағыштырмаса еңелерәк дауалау мөмкин булған саҡта  диагностикалау өсөн иң эффектлы ысулдарҙың береһе.

Пациенттарға рентген нурҙарынан ҡурҡырға кәрәкмәй – уның ҡеүәте юғары түгел.

Йыл һайын маммография үтеп тороу 40 йәште үткән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла мөһим. Белгестәр, йәштәренә ҡарамай, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла даими рәүештә һөт биҙҙәрен үҙаллы ла тикшереп торорға тәҡдим итә.

 

#МинздравБашкортостана #НацПроект #ПродолжительнаяиАктивнаяЖизнь

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Һаулы ҡһаҡлау министрлығы.

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас