Леонид Рогозов тигән табип-хирург 1960 йылдың 5 ноябрендә “Обь” дизель-электроходында табип сифатында 6-сы Совет Антарктик экспедицияһына юллана. Ул Антарктидалағы Новолазаревская станцияһында үҙенең төп һөнәренән тыш, метеоролог, шулай уҡ водитель бурыстарын да башҡара.
Ошо станцияла ваҡытында 27 йәшлек хирургты бөтә донъяға танытырлыҡ хәл була.
1961 йылдың 29 апрелендә Леонид үҙенең һаулығында хәүефле билдәләр тойомлай: хәлһеҙлек, ҡоҫҡо килеү, тән температураһы күтәрелеү һәм уң яҡтан аҫта ауыртыныуҙар. 13 кешенән торған экспедициялағы берҙән-бер табип булғас, үҙенә-үҙе диагноз ҡуя – киҫкен аппендицит.
Консерватив дауалу тактикаһы (тыныслыҡ, ауыртҡан урынға һалҡын әйбер ҡуйыу һәм антибиотиктар) уңышҡа килтермәй. Икенсе көнөнә температураһы тағы ла нығыраҡ күтәрелә. Яҡын-тирәләге антарктик станцияларҙың береһендә лә самолет булмай. Етмәһә, һауа торошо бик насар тора, шуға, самолет килгән хәлдә лә, ярҙан 80 саҡырмда булған Новолазаревская станцияһына төшә алмаҫ ине. Сирләп киткән полярниктың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыр өсөн тиҙ арала урында оперция талап ителә. Был бик ҡатмарлы хәлдән сығыуҙың бер генә ысул ҡала – үҙ-үҙеңә операция яһау.
Леонид Рогозовҡа 1961 йылдың 30 апрелендә үҙенә-үҙе операция яһарға ҡарар итә. Уға инструменттар биреп тороусы метеоролог Александр Артемьев, табиптың ҡорһағы тапҡырында ҙур булмаған түңәрәк көҙгө тотоп, өҫтәл лампаһынан төшкән яҡтылыҡты операция урынын йүнәлтеп тороусы инженер-механик Зиновий Теплинскийҙар ярҙам итә. Станция начальнигы Владислав Гербович бер ваҡытта ла медицинаға мөнәсәбәте булмаған ассистенттарҙың берәйһенә ҡыйын булыу ихтималлығы осрағына дежурҙа тора.
Ятҡан килеш, һул яҡ ҡабырғаһына әҙерәк борола биреп, табип новокаин менән операция яһаласаҡ урынға анестезия яһай. Унан һуң скальпель ярҙамында уң яҡта һуҡыр эсәк тапҡырына 12 сантиметрлыҡ уйым яһай. Ваҡыты менән көҙгөгә ҡарап, ваҡыты менән бармаҡтары менән ҡапшап ҡарап (бирсәткәһеҙ) ул ялҡынһынған аппендиксты ҡырҡып ташлай. Артабан эсенә (брюшная полость) антибиотик яһай.
Операция башланғандан алып 30-40 минут үткәс, табиптың күҙгә күренеп хәле бөтә башлай. Башы әйләнә. Шуға күрә ял өсөн ҡыҫҡа паузалар яһай башлай. 1 сәғәт 45 минут дауам иткән операция төн уртаһына уңышлы тамамлана. Биш көндән температураһы нормаға килә, тағы ла ике көндән операция урынын теккән ерҙәге ептәрен алып ташлай.
Был ваҡиға Л. И. Рогозов тарафынан «Информационный бюллетень Советской Антарктической экспедиции» тигән яҙмала һүрәтләнгән:
“Ул мәлдә мин үҙемә ошо эштән башҡа бер нәмә тураһында ла уйларға мөмкинлек бирмәнем. Әгәр мин иҫемде юйһам, Саша Артемьев инъекция яһарға тейеш ине – мин уға шприц бирҙем һәм укол нисек һалына икәнен күрһәттем.
Минең бахыр ғына ассистенттарым! Һуңғы минутта уларға ҡараным: улар ап-аҡ халаттарҙа һәм йөҙҙәре лә ап-аҡ булып баҫып торалар ине... Үҙем дә ҡурҡҡайным, әлбиттә. Ләкин мин ошонан һуң новокаин менән энәне алдым һәм үҙемә беренсе инъекцияны эшләнем. Нисектер, мин автоматик рәүештә операция яһау режимына инеп киткәйнем. Шул мәлдән ошо операциянан башҡа бер нәмәне лә аңғарманым.
Аппендиксҡа барып етеү еңел генә булманы. Хатта көҙгө ярҙамында ла. Быны, нигеҙҙә, ҡапшап ҡарау, тойоу ярҙамында эшләргә тура килде. Ҡапыл ғына башымда бер уй гөл итеп ҡалды: “Мин үҙемә һаман күберәк яра һалам һәм уларҙы үҙем тоймайым...”. Мин һаман да көсһөҙөрәк һәм көсһөҙөрәк була барам, йөрәк тибеше лә тигеҙ генә түгел. Һәр 4-5 минут һайын 20-25 секундҡа ялға туҡтап алам.
Ниһайәт, бына ул ҡәһәрле аппендикс! Аппендиксты алып ташлауҙың иң ауыр кимәлендә рухым һынғандай булды: йөрәгем туҡтап барғандай тойолдо һәм тибешен әкренәйтте, ә ҡулдар резина һымаҡ булды. Ә бит эш бөткән тиерлек, бары тик аппендиксты ҡырҡып ташларға ғына ҡалды! Шунан һуң мин үҙемдең үлемдән ҡотҡарылған икәнлегемде аңланым...”
Леонид Ивановичтың был батырлығы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән баһалана. Шулай уҡ уның исеме рекордтар китабына индерелә.
Хәҙер Санкт-Петербургтағы Арктика һәм Антарктика музейында Леонид Рогозов был операцияны эшләгән хирургик инструменттарҙан торған экспозиция бар.
(Википедия мәғлүмәттәре файҙаланылды).
Сығанаҡ: https://ru.wikipedia.org/wiki/Рогозов,_Леонид_Иванович