Был дарыу үләне (золотой ус) бик шифалы.
Айырыуса шәкәр диабетынан, полиптарҙан, йыуан эсәктәге яман шештән, лейкоздан, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан (фиброма, миома, кистоз һ.б) файҙалы. Дауа урынына уның һутын һәм бутҡаһын ҡулланалар, шулай уҡ төнәтмәләр, бәлзәмдәр әҙерләнә. Тәғәйен алғанда...
Яраны бөтәштереү сараһы булараҡ, үләндең яңы һығылған һуты һәм бутҡаһы файҙаланыла. Бының өсөн мыйыҡтарын ваҡлап, иҙергә һәм килеп сыҡҡан бутҡаны таяҡса менән ауыртҡан урынға (яраға, тимрәүгә, кистаға һ.б) һөртөргә. Мамыҡ киҫәген һутына манып, яраланған урындарҙы еүешләтергә.
Мыйыҡтарҙы һыуытҡыста һаҡларға. Кәрәк булғанда яңынан ваҡ киҫәктәргә ҡырҡып ҡулланырға мөмкин.
Астманан түбәндәге төнәтмәне тәҡдим итәләр: үҫемлектең 35 – 50 быуынын алып, 1,5 л араҡы ҡойорға, туғыҙ көн ҡараңғы урында төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Төнәтмә сирень сәскәһе төҫөндә булырға тейеш. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 40 минут алда берәр балғалаҡ эсергә. Артынан ашарға һәм эсергә ярамай, мотлаҡ үҙен генә эсеү шарт.
Ауыҙ ҡыуышлығы һәм теш ҡаҙнаһы ялҡынһынғанда япраҡтарын сәйнәргә ярай. Һутын йоторға, ә япрағының ҡалғанын төкөрөргә.
Лейкоздан. Бер өлөш ваҡланған алтын мыйыҡҡа, бер өлөш ҡарабойҙай балы һәм ике өлөш кагор ҡушып, 40 көн төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 40 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә. Аҙағынан 0,5 стакан каштан сәскәһе төнәтмәһе (бер ҡалаҡ сәскәгә – 1 л һыу) эсергә.
Операциянан һуң барлыҡҡа килгән спайка, полип, фиброма, миомаларҙан түбәндәге төнәтмәне ҡулланырға мөмкин: 50 “быуын”ды ваҡлап, 0,5 л араҡы ҡушып, 10 көн төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Көнөнә ике тапҡыр: иртәнсәк ас ҡарынға һәм кискеһен ашарҙан 40 минут алда 30 мл һыуға 10 тамсы төнәтмә тамыҙып эсергә. Икенсе көнөнә – 11 тамсы, өсөнсө көнөнә – 12, шулай көн һайын берәр тамсыға арттыра барып, 25 көндә 35 тамсыға тиклем еткерергә. Һуңынан кәметә башларға кәрәк. Был – дауаланыуҙың тәүге курсы. Артабан ете көн ял итеп алырға һәм яңынан шундай уҡ схема буйынса ҡабатларға. Икенсе курстан һуң тағы бер аҙна туҡтап торорға ла, өсөнсөгә башларға. Өсөнсөһөндә инде төнәтмәне шул уҡ схема буйынса тик көнөнә өс тапҡыр эсергә. Унан һуң – 10 көн ял. Ғәҙәттә, дауаланыу курсын биш тапҡыр үткәрергә кәңәш итәләр.
Ашҡаҙан һәм эсәктәр ауыртҡанда. Иртәле-кисле үҫемлектең һабағын сәйнәргә. Һутын йоторға, ә ҡалғанын төкөрөргә.
Ашҡаҙан сей яраһынан төнгөлөккә бер быуынын сәйнәп, ҡалдығын төкөрөргә.
Стенокардиянан. Үҫемлектең һабағын һәм япраҡтарын ит үткәргес аша үткәреп, һутын һығып алырға һәм 1:1 нисбәтендә бал ҡушырға. Ошо ҡатнашманы иртәле-кисле берәр ҡалаҡ ашарға.
Мастопатиянан үләндең япраҡтарынан һәм төнәтмәһенән компресс эшләргә була. Төнәтмә 13 – 15 быуынға 0,5 л араҡы ҡушып әҙерләнә. Унын ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә лә ярай.
Йыуан эсәктә полиптар булғанда 15 – 17 быуынға 0,5 л араҡы ҡойоп, йылы урында 12 көн төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә бер тапҡыр ашарҙан 30 – 40 минут алда берәр балғалаҡ эсергә.
Глаукоманан дауалау өсөн япраҡтың бер-ике япрағынан һутын һығып алырға һәм ике күҙгә лә бер-ике тамсы тамыҙырға.
Бармаҡтағы шештәрҙән. Япрағын ябырға, өҫтөнән полиэтилин һәм мамыҡ ҡуйып, бинт менән бәйләргә. Компресты 12 сәғәт һайын алмаштырып торорға.
Иғтибар!
Алтын мыйыҡты ниндәй генә рәүештә ҡулланһағыҙ ҙа, тәүге ике-өс көндә рецептта күрһәтелгән дозаны әҙерәк кәметергә кәрәк. Шулай уҡ көнөнә өс тапҡыр эсергә тиелгәнде – икәүгә, ике тапҡырҙы берәүгә ҡалдырырға мөмкин. Организмығыҙҙың яңы дарыуға өйрәнеүенә ҡарап, кире эҙемтәләр булмаһа, әкренләп күбәйтергә лә мөмкин.
(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим).
Сығанаҡ: https://vk.com/avulselo.