Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Октябрь 2025, 09:50

Башҡортостан медиктарына компенсацион түләүҙәрҙе арттырҙылар

Табиптар хәҙер - ярты миллионға, фельдшерҙар 250 мең һумға күберәк аласаҡ.

Башҡортостан медиктарына компенсацион түләүҙәрҙе арттырҙылар
Башҡортостан медиктарына компенсацион түләүҙәрҙе арттырҙылар

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән бер тапҡыр бирелә торған компенсацион түләүҙәрҙе биреү тәртибе үҙгәрә. Документҡа ярашлы, алыҫ һәм барыуы ауыр булған биләмәләрҙә урынлашҡан ауылдарға йәки эшселәр ҡасабаларына, йәки ҡала тибындағы ҡасабаларға эшкә барып, ФАП-тарға, табиплыҡ амбулаторияларына, дөйөм табип практикаһы үҙәктәренә эшкә төшкән табиптарға – 1 миллион 500 мең һум,  фельдшерҙарға, шулай уҡ акушерҙарға һәм медсестраларға – 750 мең һум ҡаралған.

Халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡасабаларҙың һәм ҡалаларҙың ФАП-тары, табиплыҡ амбулаториялары, дөйөм табиплыҡ практикаһы үҙәктәре (ғаилә медицинаһы) фельдшерҙарына, акушеркаларына һәм медсестраларына 1 миллион һәм һәм 500 мең һум.

 “Ауыл докторы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары, Өфө тирәһендәгеләрҙән тыш, республиканың барлыҡ ауыл муниципалитеттарында ла ғәмәлдә.

“Башинформ”дан.

Фото - Һаулыҡ һаҡлау министрлығы архивынан.

 

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас