Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Октябрь 2025, 09:30

Ырғыҙлы мәктәбендә – стоматология кабинеты

 “Ҡанатлан” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә Ырғыҙлы мәктәбендә стоматология кабинеты асылды.

Кабинет кариесты иҫкәртеү, тештәрҙе дауалау һәм балаларҙы ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы ҡағиҙәләренә өйрәтеү мөмкинлеге биргән заманса ҡоролмалар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Бында уҡыусылар  квалификациялы табип-стоматологтарҙа даими рәүештә тештәренең сәләмәтлегенә күҙәтеү үтеп тороу, проблемаларҙы үҙ ваҡытында асыҡлау һәм тештәрҙе тәрбиәләү буйынса тәҡдимдәр алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Кабинет балалар сәләмәтлеге һағында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Дәүләт проекттары – халыҡ өсөн!

#бурзянскаяцрб
#здравоохранение

Сығанаҡ: Бурзянская Центральная Районная Больница

Ырғыҙлы мәктәбендә – стоматология кабинеты
Ырғыҙлы мәктәбендә – стоматология кабинеты
Ырғыҙлы мәктәбендә – стоматология кабинеты
Ырғыҙлы мәктәбендә – стоматология кабинеты
Ырғыҙлы мәктәбендә – стоматология кабинеты
Ырғыҙлы мәктәбендә – стоматология кабинеты
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас