Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Октябрь 2025, 15:05

Бауырға файҙалы

Был сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы эсемлекте эшләү өсөн һоло (ярмаһы түгел, һоло үҙе), һыу ғына кәрәк. Төнәтмә түбәндәгесә яһала.

Бауырға файҙалы
Бауырға файҙалы

Был сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы эсемлекте эшләү өсөн һоло (ярмаһы түгел, һоло үҙе), һыу ғына кәрәк. Төнәтмә түбәндәгесә яһала.

Һолоно яҡшылап йыуырға һәм 1 стакан һоло өҫтөнә 1 литр һыу ҡойорға. Унан утҡа ултыртып, ҡайнау температураһына еткерергә. Ләкин ҡайнатырға ярамай! Һауытты уттан алып, 1-2 сәғәткә яҡшы итеп берәй нәмә менән һәйбәтләп урап ҡуйырға кәрәк. Аҙаҡ һөҙөп алабыҙ.

Нисек эсергә һуң был төнәтмәне? ½ стаканлап (ярты стакан) көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20-30 минут элек эсергә.

Курс – 2 аҙна. 7 көндән һуң тағы ҡабатларға мөмкин.

Шифаһы тейһен!

(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ).

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас