Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Сентябрь 2025, 08:20

Ырғыҙлы мәктәбендә стоматология кабинеты асылды

3 сентябрҙә Ырғыҙлы урта мәктәбендә стоматология кабинеты асылды. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башылғы Р. Абдуллин, мәғариф бүлеге етәксеһе Г. Ғәлләмова ҡатнашты.

Матур, уңайлы һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған стоматология кабинеты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты линияһы буйынса “Ҡанатлан” республика мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды. Был бөтәһе өсөн дә мөһим ваҡиға.

-Бөгөнгө көндә мәктәптә белем алған 78 бала сифатлы стоматологик ярҙам менән тәьмин ителәсәк. Теш ауырыуҙарҙын иҫкәртеү буйынса профилактик саралар ҙа үткәреләсәк. Уҡыусыларға ныҡлы һаулыҡ һәм матур, сәләмәт йылмайыу теләйем! – тине Рәмил Миңлеәхмәт улы.
Район етәксеһе шулай уҡ мәктәптең, мәктәп яны интернатының матди-техник базаһы менән танышты, мәктәп етәкселеге менән учреждениеның эшмәкәрлегенә бәйле хәл итәһе мәсьәләләрҙе барланы.

Сығанаҡ: Рамиль Абдуллин

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас