Өфөлә урта медицина хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй форумы үтте. Темаһы: “Урта медицина белемле белгестәрҙең беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙәге роле”.
Был ҙур сарала беҙҙең райондан Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Рәис улы Насыров, баш шәфҡәт туташы Гөлирә Рәүеф ҡыҙы Йәнғәлина, Әтек ФАП-ы фельдшеры Ләлә Әхмәт ҡыҙы Йәнбирҙина, Байғаҙы ФАП-ы фельдшеры Светлана Зиннәт ҡыҙы Хәсәнова, Мәһәҙей ФАП-ы фельдшеры Фәйләрә Бәхтинур ҡыҙы Ғайсиналар ҡатнашты.
Форум сиктәрендә түбәндәге мәсьәләләр ҡаралды:
-Норматив-хоҡуҡи базаны камиллаштырыу;
-Медицина ярҙамы күрһәтеүгә яңы технологиялар һәм стандарттар индереү;
-Һөнәри компетенцияны күтәреү һәм өҙлөкһөҙ медицина белеме алыу;
-Беренсел медик-санитар ярҙамы системаһында фельдшерҙарҙың роле.
Форумда ҡатнашыу беҙҙең медиктарға әйҙәүсе белгестәрҙән актуаль мәғлүмәттәр алырға һәм башҡа төбәктәрҙән килгән коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирҙе. Алынған белемдәр анализланасаҡ һәм медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын һәм эффектлылығын күтәреү өсөн беҙҙең райондағы учреждениела ла ҡулланыласаҡ.