2 сентябрҙә сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, райондың көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды.
-Ауыл биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре барышын ныҡлап яйға һалыу мотлаҡ. Был матурлыҡ өсөн генә түгел, һәр ерендә тәртип, таҙалыҡ булған урында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүе лә еңелерәк. Бигерәк тә ҡарауһыҙ ҡалған хужаһыҙ йорт-ҡуралар янғын сығыу хәүефе менән янай.
Районда һуңғы арала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр артҡан. Профилактика сараларын үтәп, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ауырыуҙарҙан һаҡларға тырышығыҙ: шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, артыҡ һыуыныуҙан һәм йылыныуҙан да һаҡланырға, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен алып барырға кәрәк.
Үткән аҙнала сысҡан биҙгәге ауырыуы менән зарарланыуҙың 3 осрағы теркәлгән. Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Шәхси таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү – иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Ҡулдарҙы һабынлап йыуырға, туҙан күп булғанда тын алыу юлдарын һаҡларға, кимереүселәр зарарлаған аҙыҡты ашамаҫҡа – ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләр.
«Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль программаһына ярашлы халыҡ һаны 100-ҙән 500-гә тиклем еткән ауылдарҙы мобиль Интернет менән тәьмин итеү буйынса тауыш биреү башланды. Ул 9 ноябргә тиклем барасаҡ. Быйыл исемлеккә беҙҙең райондан Мәһәҙей, Мәндәғол, Ғәлиәкбәр, Ҡолғана, Тимер ауылдары индерелгән. Барығыҙҙы ла тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырам. 2024 йылғы тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Килдеғол, Мораҙым, Яңы Мөсәт ауылдары был прогораммага индерелде. Әлегә мәлгә улар буйынса ер участоктары рәсмилләштерелгән. Вышка урындарын әҙерләү сентябрь аҙаҡтарына күҙаллана.
2 сентябрҙән муниципаль район биләмәһендә һыу инеү миҙгеле тамамланды: алдан рәсми урындарҙа ойошторолған ҡотҡарыу постары дежурлығы туҡтатыла, һыу ятҡылыҡтарында һыу инеү тыйыла.
Муниципаль район биләмәһендә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһын, "Реаль эштәр" партия проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды. Программалар урындарҙа социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән, мәҫәлән, территорияларҙы төҙөкләндереү, инфраструктура объекттарын ремонтлау һәм спорт майҙансыҡтары булдырыу. Һәр ауылда тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән проблемалар бар. Район халҡын мөмкинлектәрҙе ҡулланырға, ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин.
Сығанаҡ: Рамиль Абдуллин