Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Август 2025, 10:41

"Гемотест"та ниндәй анализдар тапшырып була?

Иҫке Собханғолда район халҡы күптән көткән «Гемотест» медицина лабораторияһы һәм тикшеренеү үҙәге селтәре рәсми рәүештә үҙ эшен башланы.

"Гемотест"та ниндәй анализдар тапшырып була?
"Гемотест"та ниндәй анализдар тапшырып була?

“Гемотест” – халыҡҡа түләүле медицина хеҙмәте күрһәтеүсе, йәғни, ҡан анализынан алып ҡатмарлы генетик тестарға тиклем эшләүсе лаборатория.

Район үҙәгендә халыҡ өсөн ошондай медицина тикшеренеү үҙәген асыу өсөн йәш эшҡыуар Оксана Билалова 2024 йылдың август айынан эш башлай.

-Документтар йыйыу, кәрәкле ҡоролмаларҙы йүнләү, лицензия алыу, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу аруҡ ваҡыт талап итте. Шулай ҙа был көн килеп етте һәм, ниһайәт, беҙ асылдыҡ. Ул халыҡ мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар эшләр тип өмөтләнәм. Лабораторияла шәфҡәт туташтары Гөлназ Ишморатова һәм Нурзилә Яубаҫарова эшләйәсәк.

Бында түләүле анализдарҙан тыш, онкология менән ауырығандар ОМС менән бушлай анализдар тапшыра ала. Уның өсөн тейешле документтарҙы йыйырға, табиптан йүнәлтмә алырға кәрәк. Анализдарҙың һөҙөмтәһен хеҙмәткәрҙәр ҡарай алмай, ул клиенттарҙың электрон почтаһына киләсәк. Шуны ла әйтеп үткем килә, гинекологик анализдар тапшырыу мөмкинлеге юҡ. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙар дауаханала анализдар тапшырып, тикшереү өсөн беҙгә алып килә ала, - тине Оксана Салауат ҡыҙы.

Әйткәндәй, был изге эшкә республика һәм район бюджетынан 200 мең һум күләмендә аҡсалата субсидия бүленгән. Белеүебеҙсә, Республика Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә, районда әленән-әле яңы модулле ФАП-тар асылыуы шуның асыҡ миҫалы. 

Лабораторияны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева:

-Белеүегеҙсә, беҙҙең төп бурыс – һаулыҡ. Уны һаҡлау - кешенең ғүмерен оҙонайтыу. Был һорауҙы республика Башлығы ғына түгел, РФ президенты В. Путин да ҡуя. Халыҡҡа Рәсәйҙә йәшәү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, тик кешенең үҙенең һаулығына мәлендә тейешенсә иғтибар бирмәүе, саралар күрмәүе арҡаһында ғүмер оҙонлоғо ҡыҫҡара. Үкенескә күрә, бөгөнгө көндә тыуымдан үлем күберәк. Республикала 2 районда ғына тыуым арта: береһе - Өфө районы, сөнки йәштәр ҡалаға яҡын ауылдарға күсеп китәләр, уларҙың һанын арттыралар, икенсеһе – Бөрйән районы. Был бик ҡыуаныслы - төп башҡорт районы йәшәргә тейеш. Халыҡ һаны артһын, ваҡытында үҙ һаулығын ҡайғыртһын, районыбыҙ гөрләп сәскә атһын.

Оксана Салауат ҡыҙы районда уңышлы эшләп килгән эшҡыуарҙарҙың береһе. Бер нисә йыл элек Оzon, Wildberries интернет-магазиндары пункттарын асҡайны, әле бына медицина лабораторияһы асыуы ла ҙур шатлыҡ. Эшҡыуарлыҡтың халыҡҡа хеҙмәт итеүе ҙур ҡыуаныс, - тип Оксана Салауат ҡыҙына район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллиндың рәхмәт хатын тапшырҙы. 

«Гемотест» ишектәренең ал таҫмаларын киҫеү хоҡуғы ҙур эште уңышлы атҡарып сығыусы Оксана Салауат ҡыҙына һәм уның ғаиләһенә бирелде.

Тәүгеләрҙән булып анализды Рәмилә Ғәлиуллина тапшырҙы.

"Гемотест"та ниндәй анализдар тапшырып була?
"Гемотест"та ниндәй анализдар тапшырып була?
"Гемотест"та ниндәй анализдар тапшырып була?
Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас