Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Июль 2025, 12:00

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе иғтибар үҙәгендә

Бөрйәндә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегияһы үтте. “Шүлгән-Таш” музейында уҙған сарала БР Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Учалы райондары дауаханаларының баш табиптары, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе иғтибар үҙәгендә
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе иғтибар үҙәгендә

Медиктарҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев видеобәйләнеш аша сәләмләне:

-Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бигерәк тә инфраструктура үҫешенә айырым иғтибар йүнәлтә. Быйыл июндә Өфөлә республика кардиология үҙәгенең яңы корпусы асылды. Йыл аҙағына тағы ла 6 балалар һәм ололар поликлиникаһын төҙөлөп бөтәсәк. Шулай уҡ Радий Фәрит улы ярҙамы менән ФАП-тар яңыра. 2021 йылдан алып республикала 361 модулле ФАП төҙөлдө. Волга буйы федераль округы буйынса төҙөлгән ФАП-тарҙың яртыһынан күберәге беҙҙең республикала. Быйыл тағы 134 яңы пункт төҙөлөп ҡуйыласаҡ. Бынан тыш 9 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында капиталь ремонт башҡарыласаҡ. Бөгөнгө көндә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һанлы трансформация лидеры.

Беҙҙең алда кеше һаулығын нығытып, республика халҡының ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн “Оҙайлы һәм әүҙем тормош”, “Ғаилә”, “Һаулыҡ һаҡлауҙың яңы технологиялары” кеүек яңы милли проекттарҙы ваҡытында һәм сифатлы бойомға ашырыу буйынса яңы маҡсаттар тора. Ҡыҙғанысҡа күрә, маҡсатҡа ҡуйылған ғүмер оҙайлығы күрһәткестәренә етә алмайбыҙ. Республикала муниципалитеттар араһында үлемдең юғары күрһәткестәре менән Борай, Ауырғазы, Архангель, Балтас, Стәрлебаш райондары айырылып тора. Ә түбән күрһәткестәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө райондарында, Өфө, Нефтекама, Стәрлематаҡ һәм Октябрск ҡалаларында билдәләнгән.

Республикала эшкә яраҡлы йәштәге 2 миллион 300 мең кеше йәшәй. Был республика халҡының 60 проценты. Быйылғы йылға 1 миллион 600 мең кешегә профилактик медицина тикшереүе үткәреү планлаштырылған. Был бик етди эш, - тине Урал Таһир улы.

Айрат Рәзиф улы республика һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының тәүге ярты йыллыҡ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ярты йыл арауығында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә 4980 берәмек медицина ҡоролмаһы, 99 санитар автомобиль алынған. Милли проекттар сиктәрендә лә һаулыҡ һаҡлау учрежениеларына ремонт яһау, ҡоромалар менән йыһазландырыу дауам итә. Халыҡҡа профилактик медосмотрҙар, диспансеризация үткәреү сирҙәрҙе иртә билдәләү мөмкинлеген бирә. 2025 йылға 1 миллион 859 216 кешегә тикшереү планлаштырылһа, әлеге ваҡытҡа уны 971 445 кеше үткән. Асыҡланған сирҙәр араһында тәүге урында ҡан әйләнеше системаһы, ашҡаҙан-эсәк ағзалары ауырыуҙары тора. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк”, “Сәләмәтлек поезы” сиктәрендә табип-белгестәр быйыл 157 тораҡ пунктты хеҙмәтләндергән, 90 202 тикшереү үткәргән. Яһалма интеллект технологиялары нигеҙендә 117 мең тикшереү үткәреләгән. Республикала 69 компьютер томографы, 192 һанлы ренген аппараты, 63 һанлы маммограф, 57 һанлы флюорограф тоташтырылған. Министр шулай уҡ кадрҙар, льготалы дарыу препараттары, табиптар өсөн конкурстар, гранттар, проекттар тураһында һөйләне. 

Артабан Башҡортостанда демографик күрһәткестәр, мотлаҡ медицина старховкалау төбәк программаһы тураһында һөйләшеүҙәр булды, Белорет медицина округына ҡараған ойошмаларҙың тәүге ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡлау яһалды.

Сара сиктәрендә коллегияла ҡатнашыусылар район дауаханаһын ҡараны. Учреждениеның матди-техник торошо, медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу кимәле, дауалау процесын ойоштороу буйынса мәғлүмәттәр менән танышты.

Медицина хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырылды

Коллегияһы барышында медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Район үҙәк дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы, хирургы Епифанов Игорь Серафимовичҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы" тигән маҡтаулы исем бирелде.

Шәфҡәт туташы Сәғитова Тәнзилә Хәйҙәр ҡыҙы "Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы" билдәһенә лайыҡ булды.

Дауахананың палата шәфҡәт туташы Луиза Айытбаеваға һәм Исламбай ФАП-ы фельдшер-акушеры Зәбирә Әхмәтйәноваға министрлыҡтың Почет грамотаһы тапшырылды.

Район үҙәк дауаханаһы терапевты Инзиә Салауатова менән палата шәфҡәт туташы Рәзилә Миндеғолова министрҙың Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар.

Район үҙәк дауаханаһына - яңы автомобиль

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль проекты сиктәрендә Белорет медицина округына ҡараған 3 дауалау учреждениеһына, шул иҫәптән беҙҙең Бөрйән районы үҙәк дауаханаһына, түшәктә ятҡан сирлеләр өсөн ҡулайлаштырылған Лада Ларгус автомобилдәре тапшырылды.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин һәм дауахананың баш табибы Тимур Насыров Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор: Г. Хафизова
Читайте нас