Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Июнь 2025, 18:10

Медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында медицина хеҙмәткәрҙәре, ветерандары өсөн матур байрам сараһы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Ғәлләм Айытбаев, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатова ҡатнашты.

Медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне
Медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Рәмил Миңлеәхмәт улы аҡ халатлыларҙы байрамдары уңайынан тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.

-Һаулыҡ - ул ҙур байлыҡ. Ошо байлығыбыҙҙы беҙ һеҙҙең ҡулдарға ышанып тапшырғанбыҙ. Үҙебеҙҙе саҡ ҡына насар тойһаҡ та беҙ табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Һеҙ бөтә халыҡтың һаулығы, киләсәге һағында тораһығыҙ. Беҙҙең район дауаханаһында яҡшы белгестәр эшләй. Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең эшкә килеүе ҡыуандыра. Шулай уҡ ветерандарыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Медицина өлкәһе йәмғиәттә бик кәрәкле һәм ҡатмарлы йүнәлештәрҙең береһе. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем, - тине Рәмил Миңлеәхмәт улы һәм бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләп үтте.

Педиатрия участкаһының шәфҡәт туташы Әхмәтова Нурия Сәғәҙей ҡыҙына Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы билдәһе тапшырылды. Акушер-гинеколог Мөхәмәтйәнова Динә Вәзир ҡыҙы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, интенсив терапия палатаһы медбрат-анестезисы Тулыбаев Рушан Фаҡил улы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Балалар бүлеге палатаһының шәфҡәт туташы Кәбирова Ғәлиә Хәйҙәр ҡыҙына район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы,  баш табип Тимур Рәис улына, табип-лаборант Мөхәмәтйәнова Рәмзиә Исмәғил ҡыҙына район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Медицина хеҙмәткәрҙәрен артабан район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Ғәлләм Айытбаев, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров, дауахананың Профсоюз ойошмаһы етәксеһе Динә Мөхәмәтйәнова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатова ҡотлап, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Байрам сараһы медицина хеҙмәткәрҙәренең, мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.  

Автор: Г. Хафизова
Читайте нас