

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли программаһының “Медицина кадрҙары” проекты сиктәрендә йыл һайын күберәк белгестәр, шул иҫәптән йәштәр ҙә, дәүләт медицина ойошмаларына эшкә урынлаша. Был табиптар дефицитын кәметергә булышлыҡ итә.
“Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыусыларҙың береһе – Бөрйән район үҙәк дауаханаһы табип-терапевы Инзиә Салауатова.
Ул 2017 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. 2020 йылда үҙенең хеҙмәт юлын Бөрйән район үҙәк дауаханаһында табип-терапевт булып башлай. Әлеге ваҡытта ла шунда эшләй. Ағымдағы йылдың мартынан Инзиә Әбүбәкер ҡыҙы поликлиника мөдире вазифаһын да алып бара.
Был медицина учреждениеһында эшләгән осоронда Инзиә Әбүбәкер ҡыҙы үҙен теоретик яҡтан да, практик йәһәттән дә әҙер белгес итеп күрһәтте. Ул үҙенең квалификацияһын күтәреү буйынса ла даими эшләй.
Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү буйынса системалы эш алып барыла. Был Рәсәй төбәктәре өсөн иң ауыр һорауҙарҙың береһе.
2024 йылда ғына ла 2023 йылға ҡарағанда 320-гә күберәк табиптар дауаханаларға йәлеп ителгән. Былар барыһы ла “Ауыл табибы” федераль программаһы һәм “Бәләкәй ойошмалар өсөн табиптар” проекты буйынса мөмкин булған.