Бөтә яңылыҡтар
10

ФАП-тарҙа мөмкинлектәр арта

Фельдшерҙар түбәндәгеләрҙе эшләй ала: -дистанцион рәүештә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы аса; -электрон рецепт яҙа; -табип менән телемедицина консультацияһы алыу мөмкинлегенә эйә; -медицина мәғлүмәттәрен икенсе учреждениеға консультацияға ебәрә ала – мәҫәлән, ЭКГ мәғлүмәттәрен Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән идара итеү үҙәгенә.

ФАП-тарҙа мөмкинлектәр арта
ФАП-тарҙа мөмкинлектәр арта

2024 йылда Бөрйән районында бер нисә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Шуларҙың береһе - иң төпкөл ауылдарҙың береһе булған Брәтәктә (фотола - элекке ФАП һәм заманса ФАП). Модулле ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса урынлаштырылды.

Брәтәк ФАП-ында ауылда йәшәүсе 300-ҙән артыҡ кеше медицина ярҙамы ала.

“Һанлы ФАП” (“Цифровой ФАП”) проекты сиктәрендә был ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ хәҙер һанлы медицина ярҙамы менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә.

Фельдшерҙар түбәндәгеләрҙе эшләй ала:

-дистанцион рәүештә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы аса;

-электрон рецепт яҙа;

-табип менән телемедицина консультацияһы алыу мөмкинлегенә эйә;

-медицина мәғлүмәттәрен икенсе учреждениеға консультацияға ебәрә ала – мәҫәлән, ЭКГ мәғлүмәттәрен Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән идара итеү үҙәгенә.

Сығанаҡ: Бурзянская Центральная Районная Больница

төркөмө.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: