Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Декабрь , 14:35

Эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиелар (больничныйҙар) нисек түләнә?

2024 йылда республикала 489 мең эшләп йөрөгән хеҙмәткәр ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие алған. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе был маҡсаттарға 12,5 миллиард һум аҡса йүнәлткән. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие нисек иҫәпләнә?

Эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиелар (больничныйҙар) нисек түләнә?
Эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиелар (больничныйҙар) нисек түләнә?

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие күләме хеҙмәткәрҙең страховка осрағы килеп тыуған йылдан алдағы ике календарь йыл өсөн иҫәпләнгән уртаса эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Пособиеның күләме шулай уҡ гражданиндың страховка стажына ла бәйле.

Стаж был пособиеға түбәндәгесә йоғонто яһай:

-8 йылдан артығыраҡ стаж булғанда – уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә;

-5 йылдан 8 йылға тиклем стаж булғанда – уртаса эш хаҡының 80 проценты күләмендә;

-стаж 5 йылдан кәм булғанда – уртаса эш хаҡының 60 проценты күләмендә.

Шуны билдәләргә кәрәк, 8 йәшкә тиклемге сирләп киткән баланы ҡарау өсөн больничный билдәләнгәндә, пособие, хеҙмәткәрҙең стажына ҡарамай, уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләнә.

8 йәшлек һәм унан өлкәнерәк балаларҙы ҡарау өсөн больничный буйынса пособие күләме хеҙмәткәрҙең стажына һәм дауалау төрөнә ҡарап билдәләнә:

-балаға амбулатор дауалау билдәләнгәндә тәүге 10 календарь көн өсөн түләүҙәр страховка стажына бәйле, ә артабанғы көндәр өсөн уртаса эш хаҡының 50 проценты күләмендә тәғәйенләнә;

-баланы стационар шарттарҙа дауалаған осраҡта – пособие больничныйҙың бөтә осоро өсөн  страховка стажына яраҡлы билдәләнә.

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие больничныйҙың бөтә көндәре өсөн, шул иҫәптән ул ял һәм байрам көндәренә тура килһә, уларға ла түләнә.

Әгәр хеҙмәткәр үҙе ауырып китһә, тәүге 3 көн өсөн  эш биреүсе түләй, артабан - Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе. Әгәр больничный баланы ҡарау өсөн тәғәйенләнгән булһа, барлыҡ көндәр өсөн дә Рәсәй Социаль фонды Бүлексәһе түләй.

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиены ваҡытында – эш биреүсе тарафынан иҫәп-хисап мәғлүмәттәре һәм аҡса күсереү өсөн реквизиттар раҫланған көндән алып 10 эш көнөнән артмаған ваҡыт эсендә түләй.

Был мәсьәлә тураһында  һорауҙарығыҙҙы биреү һәм үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте аныҡлау өсөн Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны эшләй: 8-800-100-00-01. Уға эш көндәрендә шылтырата алаһығыҙ (шылтыратыу бушлай, эш графигы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, йомала – 9.00 сәғәттән 16.45 сәғәткә тиклем).

Рәсәй Социаль Фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: