Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Декабрь 2024, 09:14

Киләһе йылда республикала 135 модулле ФАП төҙөлөүе күҙаллана

Был турала тура бәйләнеш барышында республика Башлығы Радий Фәрит улы: -  Ауыл медицинаһын тергеҙеү эше республикала әүҙем бара. Шуға ла Башҡортостан ФАП-тар иҫәбе буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Ауыл халҡына бөтәһе 2085 фельдшер-акушер пункты медицина ярҙамы күрһәтә. 2019 йылдан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 433 модулле ҡоролма урынлаштырылған. 2024 йылда 135 бинаны файҙаланыуға тапшырыу, 2025 йылда 135 ФАП асыу планлаштырыла, - тине.

Киләһе йылда республикала 135 модулле ФАП төҙөлөүе күҙаллана
Киләһе йылда республикала 135 модулле ФАП төҙөлөүе күҙаллана

Бөрйән районында ошо проект сиктәрендә пациенттарҙы ҡабул итеү һәм медиктарға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, замана стандарттарына һәм санитар нормаларға тура килгән, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле медицина техникаһы, инструменттар, мебель менән йыһазландырылған 12 ФАП төҙөлгән.

“Уҙып барған йылда 5 ауылда заман талаптарына яраҡлаштырылған модулле ФАПтар асылды һәм яҡын арала Ырғыҙлы, Аҫҡар, Килдеғол ауылдарында ла яңы пункттарҙың сафҡа инеүе планлаштырыла. Дөйөм алғанда, яңы йылға ҡәҙәр районда 15 ауылда өр-яңы ФАП-тар урындағы халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк. Ә 2027 йылға уларҙың иҫәбе 25-кә етәсәк тип торабыҙ. Шулай уҡ 10 ауылда ФАП яны аптекалары булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла”, - ти район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: