-Осрашыу асыҡ диалог форматында үтте. Мин унда үҙебеҙҙең район, Бөрйән районы хакимиәте йәш белгестәргә ниндәй мөмкинлектәр тәҡдим итеүе, беҙҙең район үҙәк дауаханаһында эшләү шарттарының йәш белгестәр өсөн ыңғай яҡтары тураһында һөйләнем. Студенттар менән дауахананың техник йәһәттән тәьмин ителеше, эш барышы, белгестәр, эшкә ниндәй талаптар ҡуйылыуы, кадрҙар дефициты хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Студенттар һорауҙар биреп, уларға яуаптар алып, үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙарын белдерҙеләр. Әлеге студенттарҙың районда эшләргә теләге бар. Кемдер буласаҡ практикала үҙенең белемен ҡулланасаҡ специальносын билдәләгән дә инде.
Уларға артабан һөнәри үҫеш һәм күтәрелеш теләйем.
Осрашыу буласаҡ коллегаларға эш урынын билдәләргә ярҙам итер тип ышанам. Был райондағы табиптар дефицитын тулыландырырға булышлыҡ итер ине, - тип хәбәр итә Тимур Рәис улы үҙенең сәхифәһендә (фотолар ҙа шул сығнаҡтан).
Йәш медиктарҙың районға ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ. Райондаштарығыҙ һеҙҙе көтә.