Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Октябрь , 10:30

Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған

Халыҡты сәләмәтләндереү, профилактик күҙәтеүҙәр, патологиядарҙы иртә мөҙҙәтендә асыҡлау – “Айыҡ ауыл” проектының мөһим бурыстары иҫәбендә. 24 октябрҙә район үҙәк дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәренең күсмә бригадаһы урындағы халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү өсөн Ырғыҙлы ауылына барған.

Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған
Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған

Бигерәк тә оло йәштәгеләр, әҙ мобилле граждандар, инвалидтар был ярҙамға мохтаж. Шулай уҡ өлкән йәштәге (взрослое население) халыҡҡа диспансерлаштырыу һәм профилактик күҙәтеү үткәреү ҙә күҙаллаған.

Район үҙәгенән барған медиктар ҡан анализы алған, ЭКГ эшләгән, күҙ эсе ҡан баҫымын үлсәгән. Терапевт, гинеколог халыҡты ҡабул иткән. Анкета ла үткәргәндәр. Бынан тыш, медицина күрһәтмәләре буйынса кәрәк булған өҫтәмә тикшереүҙәр тәғәйенләнгән, дауалауға коррекция ла яһалған.

“Иғтибарлы, ихлас булғанығыҙ, хәстәрлекле мөнәсәбәтегеҙ өсөн рәхмәт” тип ҡалған ырғыҙлылар.

#АйыҡАуыл2024
#ТрезвоеСело2024
#Иргизлы
#ВсемирныйКурултайБашкир

Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған
Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған
Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған
Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған
Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған
Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған
Ырғыҙлыға медиктарҙың күсмә бригадаһы барған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: