Светлана Айҙар ҡыҙы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Уның табип һөнәрен һайлауы осраҡлы түгел, әсәһе Сәғүрә апай ошо һөнәр эйәһе. Ул Мәндәғол ауылында фельдшер булып эшләй.
Кескәй генә килеш әсәһенә эйәреп эшкә йөрөгән ҡыҙ киләсәктә кем булырын бәләкәй сағынан белә. Мәктәпте тамамлағас та, хыялына тоғро ҡалып, Башҡорт дәүләт медицина университетына юллана.
Был йәһәттән Сәғүрә апайҙың үҙ эшен яратып, ихласлыҡ менән башҡарыуы ҙур йоғонто яһағандыр. Сөнки, ҡыҙы ғына түгел, улы Раян да табип һөнәрен һайлаған. Ул Өфө ҡалаһында педиатр булып эшләй.
Үҙ маҡсатына ирешеүсән, тырыш ҡыҙ университеттан һуң интернатура үтеп, 2017 йылда Амур өлкәһендә бала табыу йортонда хеҙмәт юлын башлай. 2022 йылда тыуған яғына ҡайтып, район үҙәк дауаханаһына эшкә урынлаша. Урында иһә йәш белгесте ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Яңы урында бик тиҙ өйрәнеп китә ул. Һәр кемгә иғтибарлы, йомшаҡ тауышлы, тыныс холоҡло табипҡа мөрәжәғәт итеүселәр бихисап. Бөгөнгө көндә Светлана Айҙар ҡыҙы коллективта абруй, халыҡ араһында һөйөү яулаған табип. Изге һөнәр эйәһе ғаиләһендә лә бәхетле - тормош иптәше Ғәле менән Йәсминә исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
"Акушер-гинеколог ҡатын -ҡыҙҙарҙың һаулығы һағында тороусы табип. Миңә бәпәй табыуҙы планлаштырыу, енси юл менән күскән аурыуҙарҙы дауалау, профилактика һәм башҡа күп төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр.
Ысынбарлыҡта ҡыҙҙарҙың һаулығын бала саҡтан алып ҡурсаларға кәрәклеген күп ата-әсәләр аңлап етмәй. Етмәһә, хәҙер яңынан-яңы сирҙәр килеп сығып ҡына тора. Гинекологик сирҙәрҙе ваҡытында дауаламау бик насар һөҙөмтәләргә килтерә. Бер нәмә лә борсомаған осраҡта ла гинекологҡа йылына бер тапҡыр күренеү мөһим.
Ҡатын-ҡыҙҙарға әйтер һүҙем шул - гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, hауа торошона ҡарап кейенеп йөрөргә, дөрөҫ туҡланырға (ҡаты диеталар һәм зыянлы аҙыҡ түлек һаулыҡҡа ҙур зыян килтерә), спорт менән шөғөлләнергә, саф hауала йышыраҡ йөрөргә кәрәк. Табипҡа күренеү өсөн ваҡыт йәлләмәһендәр ине. Әлбиттә, үҙегеҙҙе яратығыҙ һәм хөрмәт итегеҙ", - ти ул.
Светлана Айҙар ҡыҙы кеүек алдынғы ҡарашлы, һөнәренә ғашик табиптар булғанда һәр кемебеҙҙең һаулығы ышаныслы ҡулдарҙа булыр.