-“Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы сиктәрендә төҙөлөүсе был модулле ФАП Бөрйән районында һаны буйынса – 14-се!
Яңы ФАП-та пациенттарҙы ҡабул итеү һәм медиктарға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Бина замана стандарттарына һәм санитар нормаларға тура килә. Бынан алда төҙөлгәндәре кеүек үк, ФАП халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле медицина техникаһы, инструменттар, мебель менән йыһазландырыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҙур рәхмәт белдерәм, - тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров.
Фотолар һәм мәғлүмәттәр Тимур Насыровтың шәхси сәхифәһенән.