Беребеҙгә лә сер түгел, район үҙәк дауаханаһы медицина белгестәренә ҡытлыҡ кисерә. Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең әүҙем генә районға эшкә ҡайтыуы был мәсьәләне бер ни тиклем хәл итергә мөмкинлек бирҙе.
Һүрәттәге һылыу – Тулыбаева Яҙгөл Зәбир ҡыҙы. Ул – участка табип-терапевы. Башҡорт дәүләт медицина университетында “Дауалау эше” йүнәлешендәә маҡсатлы йүнәлтәмә буйынса белем алған. Студент йылдарында республика балалар клиник дауаханаһының балалар реанимацияһы бүлексәһендә һәм Дим биҫтәһендәге дауаханала эшләп, байтаҡ тәжрибә тупларға өлгөргән.
Әлеге ваҡытта Яҙгөл Зәбир ҡыҙы Баҙал биҫтәһе һәм Мәндәғол, Кейекбай, Яңы Мөсәт, Аҡбулат ауылдары халҡын ҡабул итә.
Йәш белгескә уңыштар теләйек. Сирле кешегә иң беренсе сиратта яҡты йөҙ, иғтибар кәрәк икәнен онотмағыҙ, йәштәр.
(Мәғлүмәттәр һәм фото Бурзянская Центральная Районная Больница төркөмөнән алынды).