Бөтә яңылыҡтар

Район дауаханаһына автомобиль тапшырылды

Бөгөн «Өфө-Арена» спорт комплексы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика медицина ойошмаларының баш табиптарына 135 яңы автомобиль асҡысын тапшырҙы.

Район дауаханаһына автомобиль тапшырылды
Район дауаханаһына автомобиль тапшырылды

-Был автомобилдәр халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ. Үҙаллы йөрөү ауыр булған кешеләр дауаханаға барып етһен өсөн, шулай уҡ терапевтар һәм педиатрҙар пациенттарының өйҙәренә бара алһын өсөн ҡулланыласаҡ. Был мөһим эш дауам итәсәк - йыл аҙағына тиклем тағы 70 машина ҡайтарыласаҡ, - тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. - Һәммәһен дә ошо ваҡиға менән ҡотлайым һәм уңыштар теләйем. Беҙҙең медицина үҫешһен, иң мөһиме, мөмкин тиклем уңайлыраҡ булһын.

Бөрйән район дауаханаһының автопаркы ла уңайлылығы менән айырылып торған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 4 яңы «Лада Гранта» автомобилдәре менән тулыланды.

-Был автомобилдәр халыҡҡа медицина ярҙамы, патронаж күрһәтеү өсөн алынды. Бөрйән үҙәк район дауаханаһы коллективы исеменән һәм шәхсән үҙемдән Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ярҙам күрһәткәндәре һәм Бөрйән районында йәшәүселәрҙең барыһына ла сифатлы медицина ярҙамы өсөн шарттар булдырғандары өсөн рәхмәт белдерәм, - тине район үҙәк дауаханаһы баш табибы Тимур Насыров.

Шулай уҡ Аҡъяр, Асҡар, Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Бүздәк, Үрге Тәтешле, Үрге Йәркәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Иҫәнғол, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Красноусол, Малаяҙ, Мәсәғүт, Мишкә, Мораҡ, Раевка, Стәрлебаш, Талбазы, Учалы, Федоровка, Яңауыл, Шишмә үҙәк район дауаханалары алды.

Машиналар Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Күмертауҙа урынлашҡан медицина учреждениеларына ла тапшырылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров автомобилдәрҙең береһен ҡарап сыҡты. Улар уңайлылығы менән айырылып тора, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

135 яңы машинанан торған партия «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу программаһы сиктәрендә ҡуйылды. Ошо маҡсатҡа 162,5 миллион һум йүнәлтелгән, шуның 134 миллион һумы - федераль бюджеттан. 2021-2023 йылдарҙа Башҡортостандың медицина учреждениелары 352 автотранспорт алды. 2024 йылға бөтәһе 206 еңел машина һатып алыу планлаштырылған, ә 2025 йылға – 99.

Радий Хәбиров республикалағы медицина учреждениеларының автопаркын яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне.

-Был - медицина үҫешенә мөһим этәргес. Ошо йылдарҙа беҙ автопаркты яңыртыу буйынса планлы рәүештә эш алып барабыҙ, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. - Яңы машиналар табиптарға, юлһыҙ райондарҙа йәшәгән пациенттарға тиҙерәк барып етергә, анализдарҙы килтерергә һәм кешеләрҙе дауалау учреждениеларына алып барырға мөмкинлек бирәсәк. Был медицинаның халыҡҡа яҡынайыуы тип атала.

Район дауаханаһына автомобиль тапшырылды
Район дауаханаһына автомобиль тапшырылды
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: