Уларҙы “Тамсыгөл” вокаль ансамбле матур сығышы менән ҡаршы алды.
Байрам сараһында ауыл халҡына, ФАП хеҙмәткәрҙәренә матур теләктәр, район, дауахана, республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Ал таҫмалар киҫелгәндән һуң йыйылған халыҡ яңы пункт менән танышты.
-Дүрт миллионлы республикабыҙ өсөн был тема айырыуса мөһим, сөнки төбәк халҡының өстән бер өлөшөнән күберәге ауыл ерендә йәшәй. Өс йыл элек райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ниндәй биналарҙа урынлашыуын күрҙем, ә уларҙың бөтәһе - 1 960. Мәҫәлән, бер фельдшер-акушерлыҡ пункты Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби әсирҙәр урынлашҡан баракта урынлашҡан булған, икенсеһе бөтөнләй 19-сы быуатта төҙөлгән бинала. Был объекттарға оҙаҡ ваҡыт етерлек иғтибар бирелмәне, шулай ҙа тап фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ҡарап ауыл халҡы дөйөм медицина тураһында фекер йөрөтә, - тине Радий Хәбиров. - Шуға күрә бөтә иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ.
Башҡортостанда медицина йылдан-йыл уңайлыраҡ, юғарыраҡ һәм замансараҡ була бара. 2023 йылда республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә финанслауҙың бөтә сығанаҡтарынан 106.9 миллиард һум йүнәлтелгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә матди-техник базалар яңыртыла.
2023 йылда 98 тиҙ ҡоролоусан модулле конструкция, шул иҫәптән 84 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 9 табип амбулаторияһы ҡуйылған. Бер табип амбулаторияһына капиталь ремонт үткәрелгән, дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 4 233 берәмек медицина ҡорамалы һәм 203 миллион һумдан ашыулыҡ 185 автомобиль һатып алынған.
-Күптән түгел федераль кимәлдә ҡабул ителгән медицина юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң мотлаҡ эшләү тураһындағы ҡарарҙар балаларҙы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына беркетергә мөмкинлек бирәсәк. Минеңсә, колледжды тамамлағандан һуң шәфҡәт туташы, фельдшер, лаборант булып эшләгәндәр бер ҡасан да медицинанан китмәйәсәк. Шуға күрә уларға юғары белем алыу мөмкинлеге булдырырға, колледждан һуң юғары уҡыу йортонда белем алыу ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн уҡыу программаларын синхронлаштырыу өҫтөндә уйларға кәрәк - тине Радий Хәбиров кадрҙар сәйәсәте тураһында.
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан халыҡ араһында ихтирам яулап өлгөргән фельдшер Илнур Дәүләтшинға артабан ауылдаштарының һаулығын хәстәрләп, яңы пунктта оҙаҡ уңышлы эшләргә, белемен камиллаштырырға яҙһын.