+1 °С
Болотло
Хәлиуллина Регина Факил ҡыҙы – табип-педиатр. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегендә маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алған.
Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы. Өфөлә 18-се ҡала дауаханаһында һәм район үҙәк дауаханаһының балалар бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләгән.
Ул Иҫке Собханғол, Мәндәғол, Кейекбай, Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй, Мәһәҙей һәм Байназар ауылдарында йәшәүселәрҙе ҡабул итә.
Йәш табипҡа эшендә һәм тормошонда уңыштар теләйек!