Бөтә яңылыҡтар

Лимон ҡабығын ташламағыҙ, файҙаһы ҙур

Лимон ҡабығы төрлө сирҙәр менән көрәштә һөҙөмтәле. Туңдырылған лимонды һимереүҙән, шәкәр сиренән һәм яман шештәр булғанда традицион дауалау ысулдары менән бергә ҡулланырға була.

Лимон ҡабығын ташламағыҙ, файҙаһы ҙур
Лимон ҡабығын ташламағыҙ, файҙаһы ҙур

 Күбеһенсә лимонды ҡабығы (цедра) өсөн туңдыралар. Иретелгән лимон ҡабығы бик һәйбәт йомшара һәм уны ризыҡҡа ҡулланыуы уңайлы. Башҡа күп кенә емеш-еләк кеүек үк, файҙалы матдәләргә бай - ул холестерин кимәлен нормалләштерә, иммун системаһын нығыта. Шулай уҡ лимонда төрлө микробтарға, бәшмәктәргә һәм бактерияларға ҡаршы торған матдәләр бар. Уны даими ҡулланыу организмда ыңғай үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән:

- инсульт хәүефен кәметеүгә;

- иммун системаһын нығытыуға;

- бактерияларға ҡаршы тороуға;

- борсолоу һәм күңел төшөнкөлөгө менән көрәшкәндә;

- астма билдәләрен еңеләйтергә;

- бауырҙы һәм бөйөрҙәрҙе таҙартырға;

- елһенеүҙе иҫкәртергә һәм дауаларға ярҙам итә;

- яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалауҙа булышлыҡ итеү көсөнә эйә.

(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк).

“Башдонъя” сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас: