Бөтә яңылыҡтар

Ҡыр сәйе

Бөгөн ҡыр сәйе тураһында яҙырға булып киттем. Үткән быуаттың 80-се йылдары. Беҙ Ҡорсысҡан тигән ерҙә бесән эшләйбеҙ.

Ҡыр сәйе
Ҡыр сәйе

Үҙем белгән шифалы үләндәр тураһында күптәнән яҙғаным юҡ ине. Бөгөн ҡыр сәйе тураһында яҙырға булып киттем. Үткән быуаттың 80-се йылдары. Беҙ Ҡорсысҡан тигән ерҙә бесән эшләйбеҙ. Туғайҙы йәмләп, алһыу ғына сәскәле, (ҡырҙан ҡарап торһаң - матур, тотоп өҙөп алайым, тиһәң, тупаҫ, таяҡ кеүек олонло) япраҡтары бысҡы тештәре һымаҡ киртләсләнеп торған үлән-сәскә күпләп үҫә. Беҙҙең менән, күрше булып, Хәҙисә (Кравцова ине фамилияһы) тигән инәй ҙә бесән эшләй. Улар ҡайҙандыр ҡырҙан килгәндәр ине. Ошо үлән тамам үҙенә тартты бит. Әсәйем дә белмәй ниндәй үлән икәнен. Хәҙисә инәй генә: "Иван да Марья тигән үлән ул", тине.Уның нимәһе Иван да, нимәһе Марья икән тигән уй башты быраулай ҙа быраулай. Бер нәмәне белергә теләһәм, төбөнә төшмәйенсә ҡуймай торған кешемен. Беҙ өйгә һәр ваҡыт " Юный натуралист", "Здоровье" журналдарын алдыра торған инек. Әмәлгә ҡалғандай, шул "Юный натуралист" журналында Иван да Марья үләндәре тураһында яҙғандар ине. Бер һабаҡта бер нисә төҫлө сәскә булла - шуларға Иван да Марья тигәндәр икән. Был исем әлеге үләнгә тап килмәй шул.Шул уҡ журналда мин исемен таба алмай йөрөгән үлән тураһында ла яҙып сыҡтылар! Был үлән - буквица, башҡортса ҠЫР СӘЙЕ. Минән: "Ҡыр сәйе ниндәй үлән ул? "- тип һораусыларҙы ошо үлән менән яҡындан таныштырып китәйем. Әйткәнемсә, был үлән болон-туғайҙарҙа, тау итәктәрендә, делянкаларҙа күк мәтрүшкә, меңьяпраҡ, туҡранбаш, ҡыңғырау сәскәләр араһында үҫергә ярата. Бик ҡиммәтле дарыу үләне ул. Күптәр уны ҡулланмай ҙа, ә, бәлки, белмәйҙәрҙер ҙә. Бик көслө һауыҡтырыу көскә эйә, икенсе төрлө әйтһәк, иң беренсе сиратта, иммунитетты нығыта. Шуға ла ҡыр сәйе тын юлдарына һыуыҡ тейгәндә, бронхит, астма, туберкулез ауырыуҙары булғанда яҡшы ярҙам итә. Бынан тыш, бауыр, үт ҡыуығы, бөйөр, бәүел ҡыуығы, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан да шифаһы ҙур. Нервылар ҡаҡшағанда ла ҙур ярҙамсы ул. Уның төнәтмәһе менән артритты, гайморитты ла дауалайҙар. Гайморитты дауалау өсөн бер стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы үләнде 2 сәғәт төнәтеп, танауға көнөнә 5-6 тапҡыр тамыҙып торғанда, танауҙағы эренле һүл тиҙерәк ағып сыға. Шәхсән мин үҙем был үләнде көн дә тиерлек төрлө үләндәр менән бергә сәйнүктәге сәйгә семтеп кенә һалып, әҙ генә бешереп алам да эсәм. Тәмле лә, хуш еҫле лә, шифалы ла була эскән сәйҙәребеҙ.

Әле ҡыр сәйен йыйып өлгөрөп ҡала алаһығыҙ. Мин кисә генә ямғыр туҡтау менән йыйҙым. Күберәк йыйып алығыҙ, шифаһын күрегеҙ. Бииик борондан ҡулланылып килгән шифалы үлән ул ҡыр сәйе.
Хәйер! Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, гастрит (ашҡаҙанда әселек түбән булғанда), тромбтар, гипотония булғанда ҡулланырға ярамай.

Зилара Мөлөкова, Ҡолғана ауылы.

(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!)

Ҡыр сәйе
Ҡыр сәйе
Автор:
Читайте нас: