Иртәнге 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем терапевҡа - 20, акушер-гинекологҡа 5 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың күбеһе оло йәштәгеләр.
Иҫке Мөсәт ауылында йәшәүсе Фәүзиә Хәйбуллина ла үҙенең һаулығына бик иғтибарлы.
-Дауаханаға ваҡытында күренеп торам. Шулай ҙа бик йыш йөрөмәйем. Ауылға табиптар килгән тигәс, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайым әле тип килдем. Табиптарға халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртып йөрөүҙәре өсөн рәхмәт. Кәрәкле ярҙам, кәңәш алдым. ЭКГ үттем, Аллаға шөкөр, һөҙөмтәләрем һәйбәт күрһәтте. Ҡайһы саҡ һаулыҡ ҡаҡшап китһә, төрлөһөн уйлап китәһең бит инде. Халыҡ килһен, күренһен, урында уҡ анализды алалар, сирләгән кешегә кәңәштәрен биреп торалар, - тип үҙ фекерен белдерҙе ул.
Мобиль комплекста ҡанға биохимик анализ бирергә, ЭКГ, флюорография, маммография үтергә була.
“Сәләмәтлек поезы”нда махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан “Бухгалтер” позывнойлы яҡташыбыҙҙы осраттыҡ. Тикшеренергә килгән яугирҙың дөйөм һаулыҡ торошо яҡшы. “Организм арыған, ял кәрәк”, тинеләр. Иртәгә анализдарым әҙер була. Тегендә һаулыҡты яҡшылап ҡарарлыҡ мөмкинлек юҡ, шуға мөмкинлек булғанда тип килдем”, - тине ул.
Педиатр Флүрә Әлибакова яңы тыуған сабыйҙарҙы өйҙәренә барып ҡараған. Йәш табип Радмир Йыһангиров әйтеүенсә, пациенттарҙың күбеһе баш, йөрәк, ашҡаҙан-эсәк, умыртҡа һөйәге тирәһендәге ауыртыныуҙарға зарлана.
-Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ, һаулыҡтары тураһында күберәк белһендәр, дөрөҫ ярҙам алһындар өсөн консультациялар бирәбеҙ. Пациенттарҙы ҡарап, анализдарын өйрәнгәндән һуң уларҙы планлы йәки тиҙ арала район дауаханаһында дауалауға йәиһә өҫтәлмә тикшереүҙәр үтеүгә ҡалаға йүнәлтмә яҙабыҙ, - ти терапевт.
“Сәләмәтлек поезы” районда 15 июлгә тиклем эшләйәсәк. Ул Яуымбай, Иҫке Собханғол, Ғәҙелгәрәй, Байназар һәм Мәһәҙей ауылдары халҡына ла киләсәк. Ғәҙелгәрәй,Байназар, Мәһәҙей ауылдарында республика-клиник дауахана табиптарына (кардиолог, эндокринолог, онколог, УЗИ) күренергә мөмкин.