Ышаныслы ғына бәйләнеш, юл булмағанда ла халыҡ төйәген ташлап китмәне. Әлеге ваҡытта ауылда 58 кеше көн күрә. Бөгөн Үрге Нөгөшкә автомобиль менән йөрөрлөк юл бар, заманса бәйләнеш сараларынан да мәхрүм түгелдәр.
Үткән аҙнала район үҙәк дауаханаһы медиктары Үрге Нөгөш ауылына барып, халыҡҡа күсмә медицина ярҙамы күрһәтте.
-Беҙҙең белгестәр был ауылға барып, халыҡтың сәләмәтлеген ҡараны. Составында терапевт, акушер-гинеколог һәм педиатр булған бригада ауылдағы барлыҡ кешеләрҙең дә сәләмәтлек торошон тикшерҙе. Бынан тыш, өлкән быуын кешеләренә диспансеризация ла үткәрҙеләр, - тип хәбәр итәләр район үҙәк дауаханаһының социаль селтәрҙәге төркөмөндә (ГБУЗ РБ Бурзянская Центральная Районная Больница).