Лаборатория мөдире Рәмзиә Исмәғил ҡыҙы Мөхәмәтйәнова 1990 йылдан алып ошо өлкәлә хеҙмәт итә. Ысынында, иһә, Бөрйән районының беренсе табип-лаборанты ул, сөнки ул килгәнсе дауаханала табип-лаборант булмаған. Тикшереүҙең яңынан-яңы алымдарын индереү менән лаборатория хеҙмәтен өр-яңынан күтәргән, 35 йылға яҡын ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған Рәмзиә Исмәғил ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Уның менән лаборатория тураһында әңгәмәләштек.-Ниндәй генә ауырыу менән табипҡа мөрәжәғәт итһәк тә, иң беренсе сиратта анализ тапшырырға ебәрәләр...
-Лаборатор тикшереү өс маҡсатты күҙ уңында тота. Беренсенән, ул диагностика, икенсенән, профилактика һәм өсөнсөнән - ауырыуҙың мониторингын билдәләү. Анализ сирҙе дөрөҫ билдәләргә ярҙам итә, ә диагноз асыҡланғас, дауалау курсын тәғәйенләргә мөмкин. Профилактикаға килгәндә, теге йәки был сирҙе алдан иҫкәртеү маҡсатында йылына бер тапҡыр мотлаҡ бирелә торған анализдар бар. Уларға дөйөм ҡан, бәүел, бауырҙың функциональ торошо, ҡалҡан биҙе анализдары, биохимия тикшеренеүҙәре инә. Анализ бирҙереүҙең өсөнсө маҡсаты - ауырыуҙың мониторингын билдәләү, ауырыу барышын күҙәтеү, ыңғай яҡҡа үҙгәреш бармы-юҡмы икәнен асыҡлау.
-Һеҙҙең лабораторияла ниндәй тикшереүҙәр үтергә мөмкин?
-Дөйөм клиник тикшереүҙәр үтергә була. Уларға дөйөм ҡан, бәүел анализы инә. Шулай уҡ серологик тикшереү үтеү мөмкинлеге бар. Йәғни йоғошло ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн ҡандың сифаты тикшерелә. Өсөнсөнән, ҡандың биохимия анализы эшләнә. Ул иһә аҡһымдарҙы, ферменттарҙы тикшерергә, углеводтар, липидтар алмашыуын күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Фенотиплау, ҡандың төркөмөн һәм резус-факторын билдәләү ҡан биреү өсөн яраҡлы ҡан һайлау маҡсатында билдәләнә.
ПТИ, МНО анализдары тромбоздарҙың һәм ҡан юғалтыу хәүефен баһалау өсөн эшләнә. Бындай тестар ҡан әйләнешенең әүҙемләшеүен баһаларға мөмкинлек бирә.
Бынан тыш, иммунологик тикшереүҙәр үткәрелә: В һәм С гепатиттары инфекцияларына, сифилисҡа, ПСА анализы һәм башҡалар. Ҡатын-ҡыҙ һаулығына ҙур иғтибар бирелә - гинекология кабинетынан билдәләнгән төрлө тикшереү анализдары була. Бөтәһе беҙҙең лабораторияла йылына 450 меңдән ашыу анализ эшләнә.
Дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн заманса ҡорамалдар, табиптың профессиональ кимәле генә түгел, пациенттың анализ тапшырырға әҙерлеге лә мөһим роль уйнай. Ул ғына түгел, һәр анализға әҙерлек тәртибе үҙенсә. Улар менән төрлө сығанаҡтарҙан, шулай уҡ интернет селтәре аша ла танышырға мөмкин. Әммә шулай ҙа ул ҡағиҙәләрҙе табип ауырыуға үҙе өйрәтергә тейеш. Сөнки анализ һөҙөмтәләре буйынса табип диагноз ҡуя һәм дауалау тәғәйенләй. Шуға күрә анализ тапшырыр алдынан иң тәүҙә табип менән кәңәшләшеү зарур - нисек әҙерләнергә, ниндәй препараттарҙы ҡулланырға була йәки ярамай, нисек анализ бирергә һ.б. Ә үҙең генә барып анализ бирергә ярамай. Юғиһә, күптәр анализ һөҙөмтәһе буйынса үҙенә-үҙе диагноз ҡуйып, дауалана башлай. Һөҙөмтәлә, төрлө өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал, бушҡа ваҡыт, аҡса сарыф ителә.
-Тикшереүҙең һөҙөмтәһе күпме ваҡыттан һуң әҙер була?
-Анализдарҙың күбеһе (иртәнсәк бирһәләр) 14.00 сәғәттә әҙер була. Улар дөйөм ҡан, бәүел, биохимия, ПТИ, МНО анализдары. Ҡатын-ҡыҙ консультацияһы анализдары шулай уҡ өлгөрә. Улай ғына түгел, анализ һөҙөмтәһе РМИАС системаһынан район дауаханаһы һәм башҡа республика дауаханалары табиптарына күренә.
-Лабораторияла эшләгән хеҙмәткәрҙәр тураһында әйтеп үтһәгеҙ ине.
- Табип-лаборант, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Әҙилә Мөжәүир ҡыҙы Сәғитова 35 йылға яҡын эшләй, лаборатория эшенең квалификациялы белгесе.
Табип-бактериолог Юрий Николаевич Коробчанский фельдшер-лаборант Нина Юрьевна Быкова менән берлектә микробиологик тикшереүҙәр үткәрә, ниндәй микробтың сир тыуҙырғанын асыҡларға һәм ниндәй антибиотик ярҙамында унан ҡотолоу яҡшыраҡ икәнлеген билдәләгән диагностика алымдары үткәрә.
Лаборатория техниктары Зөлфирә Сәлимйән ҡыҙы Ишбулатова, Фирүзә Наил ҡыҙы Буранбаева, Гүзәл Рәүил ҡыҙы Буранова һәм Розалия Йәҙгәр ҡыҙы Ҡарағолова клиник-диагностика лабораторияһында күп йылдар эшләйҙәр һәм үҙ эштәренең юғары профессиональ белгестәре булып танылдылар.
Уларҙың хеҙмәте район дауаханаһынан, район Советынан, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан бирелгән Почет грамоталары менән баһаланған.
-Табип булараҡ, халыҡҡа ниндәй теләктәрегеҙ бар?
-Иң беренсе нәүбәттә, әлбиттә, ғаиләлә сәләмәт тормош алып барыу кәрәк. Сөнки кешенең һаулығы үҙенән тора. Был йәһәттән атай-әсәй өлгө булырға тейеш. Һаулығыңды һаҡларға, дөрөҫ туҡланырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, алама ғәҙәттәрҙән алыҫ торорға кәрәк. Бынан тыш, һәр кемгә ваҡытында тикшерелеп тороу, профилактика үтеү, табиптарҙың кәңәшенә иғтибар менән ҡарау мөһим. Сәләмәт булығыҙ!