Бөтә яңылыҡтар

Иң мөһиме - сәләмәтлек!

Зилә Исмәғилева район дауаханаһында эшләгән йәш, дәртле белгестәрҙең береһе. Ул Учалы районында тыуып-үҫкән.

Иң мөһиме - сәләмәтлек!
Иң мөһиме - сәләмәтлек!

 

Ҡаланың 12-се башҡорт лицейын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. 6-сы курстан һуң педиатрия буйынса интернатураға инеп, бер йыл уҡығандан һуң, Бөрйәнгә эшкә килә. Йәш, алсаҡ, кескәйҙәр менән ипле, яҡшы мөнәсәбәт ҡора алған педиатрҙы балалар ҙа, ололар ҙа үҙ итә, ярата. Күп тә үтмәй эшенә яуаплы ҡараған ныҡлы белемле педиатрҙы район педиатры итеп тәғәйенләйҙәр. Зилә Зәки ҡыҙы әлеге ваҡытта район үҙәк дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы.

-Бәләкәйҙән табип булырға хыялландым. Ҡыҙҙар менән операциялар, уколдар эшләп уйнай торғайныҡ. Әсәйем дә мине табип итергә теләне, - ти Зилә Зәки ҡыҙы.

Бөрйәндең матур тәбиғәтенә, саф һауаһына ғашиҡ белгескә бәләкәй балалар менән эшләү бик оҡшай. Табип күҙәтеүенсә, бәләкәй балалар араһында күберәген анемия, диатез, аллергия, тын алыу юлдары, нервы системаһы ауырыуҙары осрай. Үҫмерҙәр ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына, арҡа ауыртыуына зарлана. Арҡа мускулдарын нығытыу өсөн гимнастика эшләү, йөҙөү, төрлө күнекмәләр эшләү мөһим.

"Дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеү – сәләмәт тормоштоң бер нигеҙе. Рационда шәкәрле аҙыҡтарҙы әҙәйтергә тырышыр кәрәк. Ит, йәшелсә-емештәр, аҡһымға бай аҙыҡтар менән туҡланыу дөрөҫ. Балаларға мотлаҡ иртәнге ашты ашатырға кәрәк. Файҙалы аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һайларға, бала саҡтан туҡланыу ҡағиҙәләрен һәм сәләмәт йәшәү рәүешен өйрәтеү – ата-әсәләрҙең мөһим бурысы", - ти ул.

Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. 1-се класты уңышлы тамамлаған бәләкәстәре сәнғәт мәктәбендә флейта класында шөғөлләнә. Башланғыс класта тик “бишле”ләргә генә өлгәшкән оло ҡыҙҙары мәктәптә ойошторолған конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, “Осҡон” бейеү ансамблендә бейей.

Исмәғилевтар ғаиләһе Баҙал биҫтәһендә йәшәй. “Ауыл табибы” программаһы буйынса алынған аҡсаға үҙҙәренең өйҙәрен төҙөп матур донъя көтәләр.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: