Министр урынбаҫарына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән 9 кеше мөрәжәғәт итте. Һорауҙар район үҙәк дауаханаһына ремонт үткәреү, дауалау өсөн республика кимәлендәге стационарҙарға йүнәлтеү, инвалидлыҡ алыу һ.б. ҡағылды. Мөрәжәғәт итеүселәр менән ентекле һөйләшеү булды, уларға аңлатмалар бирелде. Ҡайһы бер һорауҙарға яуап урында уҡ әйтелде, бәғзе мәсьәләләр өҫтәмә ҡарау һәм өйрәнеү өсөн контролгә алынды.
Артабан Елена Николаевна район үҙәк дауаханаһында медицина кәңәшмәһе үткәрҙе. Үлем осраҡтарына анализ яһалды, халыҡҡа диспансер күҙәтеүе үткәреү, диспансер күҙәтеүе мәсьәләләре тикшерелде. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына ла яуаптар бирелде.
-Елена Ғәлимуллина медицина учреждениеһы подразделениеларының эше менән танышты, шул иҫәптән Байназар ауылындағы амбулаторияла булды. Министр урынбаҫары медицина ярҙамы күрһәткәндә иғтибар бирергә кәрәк булған төп сараларҙы билдәләне.
Елена Николаевна дауахана етәкселеге менән берлектә ағымдағы проблемаларҙы тикшерҙе һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Пациенттарҙы маршрутлау, диагностик процедураларҙы үткәреү ваҡыттарын оптималләштереү, шулай уҡ диспансеризацияны ойоштороу һәм диспансер күҙәтеүе кеүек мөһим мәсьәләләрге ҡағылды. – тип хәбәр итәләр Минздрав Республики Башкортостан төркөмөндә.