Һутты ас ҡарынға эсергә кәрәк. Көнөнә бер сәй ҡалағынан башлайбыҙ. Һутты эскәндән һуң ярты сәғәт эсергә лә, ашарға ла ярамай. Ныҡ әсе тойолһа, әҙ генә бал ҡабығыҙ. Әкренләп көнөнә өс мәртәбә эсеүгә күсәбеҙ. Быға тиклем һутты эсеп өйрәнгәндәр көнөнә өс мәртәбә берәр аш ҡалағы эсә ала. Дауаланыу курсы бер ай.
Әҙер һут һыуытҡыста ике көн һаҡлана. Әгәр оҙағыраҡ һаҡларға уйлаһағыҙ, уны 1/1 итеп бал менән бутап алығыҙ.
Онкология ауырыуҙары менән ауырығандарға дегәнәк һутын ике сәғәт һайын икешәр сәй ҡалағы эсергә, бер айҙан тикшерелергә, әгәр ыңғай үҙгәрештәр булһа, бер аҙна ял итергә һәм тағы бер айлап дауам итергә.
(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!)
(Интернет мәғлүмәттәре файҙаланылды).