Бөтә яңылыҡтар

Өфө табиптары Бөрйәнгә ҡасан килә?

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы буйынса Өфө табиптарының күсмә бригадалары 2024 йылда төп 6 маршрут буйынса халыҡтың сәләмәтлеген тикшерәсәк:

Өфө табиптары Бөрйәнгә ҡасан килә?
Өфө табиптары Бөрйәнгә ҡасан килә?

-Белорет маршруты;

-Дыуан маршруты;

-Нефтекама маршруты;

-Октябрьский маршруты;

-Стәрлетамаҡ маршруты;

-Өфө маршруты.

Беҙҙең Бөрйән районы Белорет маршрутына ҡарай. Был маршрутҡа Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары инә.

Бөрйәндә Өфө табиптары 27 июндән 15 июлгә тиклем түбәндәге график буйынса халыҡты ҡабул итәсәк:

-Иҫке Мөсәт ауылы – 27.06 – 28.06;

-Яуымбай – 01.07;

-Иҫке Собханғол – 02.07 – 05.07;

-Ғәҙелгәрәй – 08.07 – 09.07;

-Байназар – 10.07 – 12.07;

-Мәһәҙей – 15.07.

Сәләмәт булайыҡ!

Өфө табиптары Бөрйәнгә ҡасан килә?
Өфө табиптары Бөрйәнгә ҡасан килә?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: