Бөтә яңылыҡтар

Балалар табибы – Иҫке Монасип мәктәбендә

Табиптар күңелде лә дауалай... Район табиптары беҙҙең ауыл балаларын иғтибарынан ҡалдырмай. Ошо көндәрҙә участка педиатры Вәлиева Әлфиә Рөстәм ҡыҙы, шәфҡәт туташтары Яманғолова Фәйрүзә Мансур ҡыҙы һәм Мөхәмәтйәнова Альбина Вәхит ҡыҙы мәктәпкә килеп, уҡыусыларҙың сәләмәтлеген тикшереп китте. Әлфиә Рөстәм ҡыҙы 7-11 класс уҡыусыларына сәләмәт туҡланыу, сәләмәт тормош алып барыу тураһында һөйләп, әлеге ваҡытта психология өлкәһендә киң ҡулланыш алған ысул - нейрографика менән таныштырып, тренинг үткәрҙе.

Балалар табибы – Иҫке Монасип мәктәбендә
Балалар табибы – Иҫке Монасип мәктәбендә

Нейрографика - уй-фекерҙәре бер епкә теҙеп ойоштороуҙың, һүҙһеҙ һәм аңлатып булмаған процесс аша алдыңда торған проблемаға ҡарата мөнәсәбәтеңә һәм хәл-торошоңа әйләнеп ҡайтыуҙың график ысулы ул. Был һүрәт төшөрөү аша эске доньяң менән бәйләнеш була инде. Нейрографиканы философия докторы, психолог, коуч Павел Пискарев уйлап тапҡан.
Балалар тренинг барышында нимә ул өҫкө аң һәм төпкөл аң, улар нимә өсөн яуап бирә, нимә өсөн беҙ ҡайһы бер шөғөлдәр, ҡыҙыҡһыныуҙар менән үҙебеҙ ҙә аңламаҫтан мауығыбыҙ тураһында яҡындан танышты. Һәр береһе һүрәт эшләп, был ҡыҙыҡлы ысул аша эске донъяһына мөрәжәғәт итеп ҡараны. Нейрографика тынысһыҙланыу, ҡыҙыулыҡ, суицид һәм башҡа күңел төшөнкөлөгөнә алып килеүсе үҫмер холҡондағы үҙгәрештәрҙе профилактикалау сараһы ла булып тора. Был тренинг бөтәһе өсөн дә фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды.

Динара Ҡотлобаева, педагог-психолог.

(Иҫке Монасип Мәктәбе төркөмөнән).

Балалар табибы – Иҫке Монасип мәктәбендә
Балалар табибы – Иҫке Монасип мәктәбендә
Балалар табибы – Иҫке Монасип мәктәбендә
Автор:
Читайте нас: