Бөтә яңылыҡтар

Баш табип студенттар менән осрашҡан

Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Зилә Зәки ҡыҙы Исмәғилева Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алып йөрөүсе студенттар менән осрашҡан.

Баш табип студенттар менән осрашҡан
Баш табип студенттар менән осрашҡан

Зилә Зәки ҡыҙы буласаҡ коллегаларына район үҙәк дауаханаһындағы вакансиялар, эш хаҡы кимәле, йәш белгестәргә ҡаралған социаль һәм финанс ярҙамдар, шулай уҡ эш шарттары тураһында бәйән итеп, яҡын киләсәктә университетты тамамлаусыларҙың үҙебеҙҙең дауаханаға эшкә ҡайтыуҙарына өмөт белдергән. Халыҡты табиптар менән тейешле кимәлдә тәьмин итеүҙе күтәреү беҙҙең халыҡҡа күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатына һәм һәр кемдең был ярҙамды ваҡытында алыу мөмкинлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Осрашыуға үҙебеҙҙең Бөрйән егете, университеттың физик культура кафедраһы преподавателе, фармацевтика факультеты деканының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, спорт көрәше буйынса тренер Илнар Айрат улы Салауатов ҡатнашҡан.

Осрашыу йылы мөхиттә үткән.

Үҙебеҙҙең белем алып йөрөүсе йәштәрҙе районда көтәбеҙ!

(ГБУЗ РБ Бурзянская Центральная Районная Больница төркөмө мәғлүмәттәре тәржемә менән бирелде).

 

 

Баш табип студенттар менән осрашҡан
Баш табип студенттар менән осрашҡан
Баш табип студенттар менән осрашҡан
Баш табип студенттар менән осрашҡан
Баш табип студенттар менән осрашҡан
Баш табип студенттар менән осрашҡан
Баш табип студенттар менән осрашҡан
Баш табип студенттар менән осрашҡан
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: