Бөтә яңылыҡтар

Табиптарға – 50 мең, урта медицина персоналына 30 мең һум

Рәсәй хөкүмәте медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн социаль түләүҙәр күләмен арттырҙы. 50 меңдән әҙерәк кеше йәшәгән ҙур булмаған ҡала һәм ауылдарҙа бындай түләүҙәрҙең максималь күләме табиптарға 50 мең һум, урта медицина персоналына – 30 мең һум.

Табиптарға – 50 мең, урта медицина персоналына 30 мең һум
Табиптарға – 50 мең, урта медицина персоналына 30 мең һум

Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ай һайын бирелә торған социаль түләүҙәр күләмен арттырҙы. Федераль министрҙар кабинеты мәғлүмәтенә ҡарағанда, медиктарға  арттырылған күләмдә социаль түләүҙәрҙе 1 марттан уҡ тәғәйенләнәсәк.

Ағымдағы ай өсөн медиктар уларҙы апрель айында аласаҡ.  Дөйөм алғанда, был дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа эшләүсе 200 мең самаһы хеҙмәткәргә ҡағыла.

50 меңдән әҙерәк кеше йәшәгән ҙур булмаған ҡала һәм ауылдарҙа бындай түләүҙәрҙең максималь күләме табиптарға 50 мең һум, урта медицина персоналына – 30 мең һум.

Халҡы 50 меңдән 100 меңгә тиклем булған урындарҙа ттабиптар өсөн – 29 мең һум, урта медицина персоналы өсөн – 13 мең һум.

-Беҙҙең докторҙар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа белгестәр граждандарға сәләмәтлектәрен һаҡларға ярҙам итә. Уларҙың хеҙмәте ихлас ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ.  Уларҙың барлыҡ тейешле средстволарҙы үҙ ваҡытында һәм, әлбиттә, тулы күләмдә алыуҙары мөһим, - тип белдерҙе ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин.

Тәржемә менән Т. Баһауетдинова әҙерләне.

“Башинформ”дан.

 

Автор:
Читайте нас: