Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Февраль , 17:00

Байрамығыҙ менән, фельдшерҙар!

Бөгөн беҙҙең ил фельдшерҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ауылдарҙа халыҡтың ҡарап торғаны фельдшерҙар. Тап уларҙың үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, белеме, тәжрибәһе дөрөҫ тәүге ярҙам күрһәтеп, кешеләрҙе үлемдән йолоп алып ҡала ла инде.

Байрамығыҙ менән, фельдшерҙар!
Байрамығыҙ менән, фельдшерҙар!

Фельдшерҙар – медицинаның төрлө өлкәләре буйынса белемгә, тәжрибәгә эйә һәм теләһә ҡайһы мәлдә һәм хәлдә сирле кешегә ярҙам итергә әҙер үҙенсәлекле медицина хеҙмәткәрҙәре.

Райондың “Йәш гвардия”сылары район үҙәк дауаханаһына барып, “тиҙ ярҙам” бүлегендә эшләүсе йәш фельдшерҙы -

 Аҙаман Ҡулбирҙинды һөнәри байрамы менән ҡотлағандар.

-Азаматҡа һәм уның хеҙмәттәштәренә иң беренсе үҙҙәренә ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, оптимизм һәм уларҙың һөнәре өсөн бик мөһим булған сифатты – ауыр минутта кешегә ярҙам итеү теләгенең һүнмәүен теләйбеҙ. Һеҙ сыҡҡан һәр саҡырыуҙың аҙағы ике яҡ өсөн дә яҡшы һәм шатлыҡлы тамамланһын, - тигән изге теләктәрен белдерә “Йәш гвардия”сылар.

Был изге теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Ауылдарҙа халыҡтың ҡарап торғаны фельдшерҙар. Тап уларҙың үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, белеме, тәжрибәһе дөрөҫ тәүге ярҙам күрһәтеп, кешеләрҙе үлемдән йолоп алып ҡала ла инде. Рәхмәт һеҙгә! Байрамығыҙ менән, фельдшерҙар!

Сығанаҡ: Молодая-Гвардия Бурзян төркөмө.

#МоладаяГвардияБурзянскогоРайона

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: