Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Февраль , 17:00

Янһарылар ҙа хәҙер яңы ФАП-ҡа йөрөй

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы сиктәрендә Яңы Собханғол ауылында бөгөн заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Янһарыларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Р. Шахниязов, район үҙәк дауаханаһының баш табип вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы З. Исмәғилева килде.

Ауылдаштарын, ҡунаҡтарҙы “Гөлдәр” вокаль ансамбле матур сығышы менән ҡаршы алды. Ауыл халҡына, ФАП хеҙмәткәрҙәренә матур теләктәр, район, дауахана  етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны байрам сараһында.

Ал таҫмалар киҫелгәндән һуң йыйылған халыҡ яңы пункт менән танышып, ҡыуанып таралышты.

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан халыҡ араһында ихтирам яулап өлгөргән фельдшер Раушания Халиҡоваға артабан да ауылдаштырының һаулығын хәстәрләп, яңы пунктта оҙаҡ эшләргә яҙһын.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: