Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Февраль , 13:00

Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың

5-нән 11 февралгә тиклем Рәсәйҙә ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлегенә яуаплы ҡарау аҙналығы үтә. Ауыҙ ҡыуышлығының сәләмәтлеге тештәрҙе дөрөҫ тәрбиәләүҙән башлана. Бының өсөн ни бары 7 ҡағиҙәне үтәү мөһим.

Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
  1. Дөрөҫ таҙартабыҙ.

Тештәрҙе көнөнә кәмендә 2 тапҡыр - иртәнсәк һәм йоҡлар алдынан таҙаларға кәрәк. Ашағандан һуң да ауыҙҙы сайҡатырға онотмағыҙ.

  1. Теш араларын да онотмайбыҙ.

Уларҙы йоҡлар алдынан махсус теш ебе менән таҙаларға кәрәк.

  1. Тештәрҙе таҙартыуға күпме ваҡыт кәрәк?

Щетка менән яҡынса 2-3 минут тирәһе таҙалау яҡшы. Хәрәкәттәрҙе өҫтән аҫҡа ҡарай башҡарырға кәрәк, тип билдәләй табиптар.

  1. Телдең дә таҙалығы мөһим.

Телдең өҫтөн, сикәләрҙең эске яғын да щетка йәки махсус таҙартҡыс менән таҙалау уларҙа төрлө микроорганизмдарҙың үрсеүенә юл ҡуймаясаҡ.

  1. Ауыҙҙы сайҡатыу.

Ауыҙ ҡыуышлығы өсөн тәғәйенләнгән махсус шыйыҡсалар менән сайҡатығыҙ. Ул кариес һәм гингивит кеүек ауырыуҙарға сәбәпсе булған тештәр араһындағы, теш ҡаҙнаһындағы, телдәге бактерияларҙы йыуып төшөрә.

  1. Тештәрҙе тәрбиәләү өсөн гаджеттар ҡуллан.

Ауыҙ ҡыуышлығы өсөн хәҙер бик күп заманса ҡорамалдар уйлап сығарылған. Мәҫәлән, электрон щетка, ирригатор, ультратауышлы таҙартҡыс, ҡырғыс (скребок) тештәрҙең, ауыҙ эсенең матурлығын да, сәләмәтлеген дә һаҡларға ярҙам итәсәк.

  1. Табипҡа күренеп тор.

Ярты йылға бер тапҡыр табип-стомалотогка күренеп тороу, проблемалы тештәрҙе ваҡытында дауалау мөһим.

Әгәр ҙә:

  • Уртта оҙаҡ бөтәшмәүсән яра булһа;
  • Ауыҙ ҡыуышлығында үҙенән-үҙе үтмәй торған ауыртыу тойһағыҙ;
  • Сикә тышҡы яҡтан шешмәкләнеп торһа;
  • Теш ҡаҙнаһында, йотҡолоҡ биҙҙәрендә (миндалины), ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы ҡатламында аҡ йәки ҡыҙыл таптар күренһә;
  • Йотҡан саҡта тамаҡта сит әйбер барлығын тойһағыҙ;
  • Аҙыҡты сәйнәгәндә, йәки йотҡанда ауыртыу тойһағыҙ;
  • Яңаҡ, йәки телдең хәрәкәткә килгәндә ауыртһа;
  • Тел ойоһа, ауыртһа;
  • Муйын тышҡы яҡтан шешмәкләнеп торһа

мотлаҡ рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк!

Сәләмәт булығыҙ!

Район үҙәк дауаханаһы  материалдары файҙаланылды.

Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың
Автор:Г. Хафизова әҙерләне.
Читайте нас: