Ошо бәхеткә үткән аҙнала ҡолғаналар ҙа эйә булды – йәмле Үҙән йылғаһы буйында, урта тошта, бына тигән заманса модулле ФАП халыҡҡа үҙ ишектәрен асты.
“Тамъян гәүһәрҙәре” халыҡ фольклор төркөмө йыйылған халыҡты, килгән ҡунаҡтарҙы йыр-моң һәм сәс-сәк менән ихлас ҡаршы алды.
Ҡолғана ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Ҡулбирҙин: “ Ниһайәт, Ҡолғанала ла заманса ФАП ишектәрен аса.Был – ауыл тарихына уйылырлыҡ ваҡиға.Беҙ был көндө зарығып көтөп алдыҡ. Ошо ҙур эште атҡарып сығырға ярҙам иткән барыһына ла рәхмәт.Әүҙем ярҙам итеүсе ауылдаштарҙы ҡотлап китергә рөхсәт итегеҙ. Әлеге ваҡытта МХО-ла ир-егетлек бурысын үтәгәндә яраланып, госпиталдә дауаланыусы Инсур Моратшинға ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырыла. ФАП эшләп торһон, халыҡ бында ауырып түгел,профилактика өсөн килһен”, -тине.
Район хакимиәте башлығы Ғ.Манапов та ҡолғаналарҙың байрам шатлығы менән уртаҡлашты һәм Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры А.Бейембәтов, Рәүеф Ғәйетбаевтарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Айнур Бейембәтов ауыл активистарына - Мөхтәр Исҡужин, Маргиз Ғәйетбаевтарға ҡурсаулыҡтың Рәхмәт хаттарын, бүләктәрен тапшырып китте.
Район үҙәк дауаханаһы баш табибы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы З.Исмәғилева: “ Заманса ФАП ишектәрен аса. Район һәм ауыл хакимиәтенә төҙөлөштә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Модулле ФАП тулыһынса йыһазландырылған.Бында интернет селтәре үткәрелгән. “Интернет” исемле медицина-аналитик системаһы эшләп килә – был фельдшерҙарға ныҡ уңайлы”, - тине һәм Илсур Айытбаев, Радик Вәлиев, Әлфир Шәриповтарҙы дауахана администрацияһының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Ауылдың ветерандар советы рәйесе Зәйтүнә Айытбаева ауыл хаҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерҙе.
Күрше ауыл ФАП-тары ла коллегалары Ғәлиә Вәлиеваны өр-яңы бинала эш башлауы менән ҡотларға килгән – Мәһәҙей ауылы ФАП-ы фельдшеры Фәйләрә Хәсәнова менән Килдеғол ФАП-ынан Таңһылыу Миндеғоловалар ихлас теләктәрен юлланылар.
Оҙаҡ йылдар ҡолғаналарҙың һаулыҡ һағында уяу торған фельдшер Ғәлимә Вәлиева ауылдағы медпункттарҙың тарихына туҡталды, бер ваҡытта ла махсус ФАП бинаһы төҙөлмәүе хаҡында бәйән итте.
Ниһайәт, ал таҫмалар киҫелеп, фельдшер-акушерлыҡ пункты рәсми рәүештә бар ғәм өсөн ишектәрен асты.
Модулле ФАП оҙон-оҙаҡ йылдар ҡолғаналарға хеҙмәт итһен, барыһы теләгәнсә, был йортҡа кешеләр профилактика маҡсатында ғына килһен!