Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Декабрь 2023, 10:45

Беҙҙең заман геройҙары араһында Бөрйән ҡыҙы ла бар!

«Телеүҙәк» тапшырыуында «Беҙҙең заман геройы» телевизион интернет-конкурсында еңеү яулаған республика табиптары тәбрикләнде. Улар араһында Бөрйән ҡыҙы ла бар.

Беҙҙең заман геройҙары араһында Бөрйән ҡыҙы ла бар!
Беҙҙең заман геройҙары араһында Бөрйән ҡыҙы ла бар!

Ул - Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһының бүлек мөдире Динара Нотфуллина!
Тәүге урындарҙы алған Бүздәк үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге етәксеһе Хәким Мостаев, Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, шулай уҡ конкурста әүҙем ҡатнашҡан Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһының бүлек мөдире Динара Нотфуллина һәм абруйлы табип, һаҡлау тармағы ветераны Сәриә Абдулова бүләкләнде. Маҡтау ҡағыҙҙарын билдәле табип, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева тапшырҙы.

Табиптар медицина тармағы, халыҡты борсоған мәсьәләләр, замана технологиялары хаҡында һөйләште.

(“Телеүҙәк” тапшырыуы төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Беҙҙең заман геройҙары араһында Бөрйән ҡыҙы ла бар!
Беҙҙең заман геройҙары араһында Бөрйән ҡыҙы ла бар!
Беҙҙең заман геройҙары араһында Бөрйән ҡыҙы ла бар!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: