Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Декабрь 2023, 17:00

Вируслы инфекциялар менән ауырыусылар һаны арта

Һуңғы аҙнала 25 меңдән ашыу киҙеү һәм ОРВИ менән ауырыу осрағы теркәлгән. Шуның 43,5 проценты балалар араһында.

Вируслы инфекциялар менән  ауырыусылар  һаны арта
Вируслы инфекциялар менән ауырыусылар һаны арта

Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респираторлы вируслы инфекциялар менән ауырыусылар һаны арта.
Һуңғы аҙнала 25 меңдән ашыу киҙеү һәм ОРВИ менән ауырыу осрағы теркәлгән. Шуның 43,5 проценты балалар араһында.
”Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр буйынса, ауырыуҙың иң көсәйгән ваҡыты декабрь – февраль айҙарына тура килә”, – тип хәбәр итә белгестәр.
Район үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса 25 ноябргә ҡарата районда 8 кешелә (1 – пенсионер, 7 – хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр) коронавирус асыҡланған. Иҫке Собханғолда – 6, Иҫке Мөсәт, Исламбай ауылдарынан 1-әр кеше. Әлеге ваҡытта бөтәһе 22 кеше амбулатор дауалана. 2023 йылдың 1 ғинуарынан алып 144 кеше ауырыған. Ноябрь айында асыҡланған ауырыуҙар һаны – 33. Сирлеләр Иҫке Собханғол, Әтек, Яуымбай, Иҫке Монасип, Исламбай, Кейекбай, Яңы Мөсәт, Нәби, Килдеғол, Ҡолғана, Аҫҡар, Байғаҙы, Иҫке Мөсәт ауылдарында теркәлгән.
Киҙеү, ғәҙәттә, көҙ һәм ҡыш миҙгелдәрендә тарала. Ул ҡапыл башлана: тән температураһы ныҡ күтәрелә, ҡалтырата, тән һыҙлай, баш ауырта, яҡтылыҡҡа тәьҫир итеүсәнлек көсәйә, тамаҡ төбөндә ауыртыу барлыҡҡа килә, тауыш юғала, ҡырҡыу итеп йүткертә.
Киҫкен респиратор вируслы инфекциялар йыл әйләнәһенә «йәшәй». Улар бер нисә төрҙә була. Парагрипп яйлап башлана, температура артыҡ ныҡ күтәрелмәй, тамаҡ төбө ауырта, тауыш насарая, «эт өргән кеүек» йүткереү күҙәтелә. Риновируслы инфекция киҫкен рәүештә башлана, танау тона, тын алыу ауырлаша, тәм һәм еҫ һиҙеү кәмей, температура артыҡ юғары булмай. Аденовируслы инфекция ла ҡапыл башлана, температура йә үтә юғары, йә тотороҡло, тамаҡ төбө ауырта, аңҡауға нимәлер һыланып торған кеүек булыуы ихтимал, еүеш йүткерек, конъюнктивит. Респиратор-синцитиаль инфекцияның билдәһе — ҡоро, өйәнәккә оҡшаған туҡтауһыҙ йүткереү. Былары иң таралған инфекциялар, асылда улар бик күп һәм һәр береһе үҙенсә дауалау талап итә.
Районда киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән ауырыусылар һаны – 75. Шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге 52 бала (69,3 процент) сирләгән. Алдағы аҙналар менән сағыштырғанда ауырыу кәмегән. 2 йәшкә тиклемге балалар (20 осраҡ) йыш ауырый башлаған.
Киҙеү кеше организмы өсөн эҙһеҙ үтмәй. Йыш ҡына ул түбәндәге насар эҙемтәләргә килтерә:
- үпкә сирҙәре аҙыуы (пневмония, бронхит), киҙеү менән ауырығандан һуң башланған пневмония хатта кеше үлеменә сәбәпсе була;
- тын алыу юлдары, ишетеү органдары зарарланыуы (отит, синусит, трахеит һ. б.);
- йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына көсөргәнеш биреүе (миокардит, перикардит);
- нервы системаһы ҡаҡшауы арҡаһында менингит, энцефалит, невралгия кеүек сирҙәргә юл асылыуы;
- хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә лә булышлыҡ итә.
Ауырымаҫ өсөн нимә эшләргә?
Киҙеү һәм унан һаҡланыу юлдары ябай ғына. Йыл һайын уға ҡаршы вакцинация эшләтергә кәрәк. Район дауаханаһында вакцинация эшләү тамамланған. Киҙеүгә ҡаршы дауаханаға 7660 доза (4960 – ололарға, 2700 - балаларға) вакцина килтерелгән булһа, бөтәһе 6293 (ололар – 3822, балалар - 2471) кеше прививка яһатҡан.
Прививка киҙеүҙең тиҙ таралыуын иҫкәртә, башҡа сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә, аҙыуына юл ҡуймай. Балаларға 6 айҙан прививка эшләтергә була.
Киҙеү менән сирләмәү өсөн витаминдар эсеү һәм күберәк һуған, һарымһаҡ, кәбеҫтә, лимон ашау етә, тип уйлау дөрөҫ түгел. Витаминдар организмды дөйөм нығытыу көсөнә эйә, әммә уларҙың вирустарға йоғонтоһо юҡ. Шуға вакцинация, сынығыу, сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу кеүек комплекслы иҫкәртеү саралары тураһында хәстәрлек күреү зарур.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һау булығыҙ, һәр көн сәләмәтлектә, именлектә үтһен!

Автор:Ә. Юлсурина әҙерләне.
Читайте нас: