Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Сентябрь 2023, 12:25

Радмир бала сағынан табип булырға хыялланған!

Иҫке Собханғол ауылы егете Радмир Вил улы Йыһангиров БДМУ-ның педиатрия бүлеген тамамлаған.

Радмир бала сағынан табип булырға хыялланған!
Радмир бала сағынан табип булырға хыялланған!

6 йыл белем алғандан һуң, рентгенолог һөнәрен үҙләштерә. Балалар рентгенологы ғына түгел, өлкәндәр рентгенологы булып та эшләр өсөн ординатурала уҡыу талап ителгәс, ике йылда терапия бүлеген тамамлай. Рентгенология буйынса уҡыуын әле лә дауам итә. Табип-рентгенолог КТ, МРТ кабинеттары табибы булып та эшләй ала, әммә район дауаханаһында ул аппараттар әлегә юҡ.

Йәш табипҡа бала сағынан дауахана тупһаһын йыш тапарға тура килә. Шул ваҡытта ул райондың тәжрибәле балалар табибы Флүрә Әлибакованың миҫалында педиатр булырға ҡарар итә лә инде.

“Һөнәр һайлауымда Флүрә Мөҙәрис ҡыҙының роле ҙур булды”, - ти Радмир Йыһангиров.

Студент сағында ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, балалар поликлиникаһында, ковид-госпиталдә,  спорт медицинаһы табибы булып фитнес-үҙәктә, процедура кабинетында тәжрибә туплаған Радмир Вил улы Яңы Собханғол, Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш, Иҫке Мөсәт, Байназар ауылдары халҡына медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтәсәк.

Йәштәрҙең хеҙмәт юлын тап үҙҙәренең тыуған төйәгендә башлауы ҡыуаныслы. “Эшебеҙ оҡшай, коллективтың ярҙамы тойола”, - тиҙәр белгестәр.

Йәш табиптарға эштәрендә уңыштар насип булһын.

Радмир бала сағынан табип булырға хыялланған!
Радмир бала сағынан табип булырға хыялланған!
Автор:
Читайте нас: