+3 °С
Болотло
Тымау тейһә, йүткереү башланһа, баш
ауыртһа, һуған менән бал аша.
Артроз һәм аяктарҙы көҙән йыйырыу кейеҙ итектән (быйманан) ҡурҡа. Эсенә борсаҡ һалып та йөрөһәң, тағы ла шәп!
Туҡланғандан һуң бер киҫәк сыр сәйнәп ҡуй – тештәрең сәләмәт булыр.
Аяғыңда бәшмәк ауырыуы булһа, үлән өҫтөндә (ысыҡта) ялан аяҡ йөрө.
Алма аша – ул холестеринды ҡыуа.
Кишер һабағын сәй итеп эс – геморройҙан ҡотолорһоң.
Йүткерһәң, ҡайын һыуы менән һөт ҡатнашмаһын эс.
Һынған урындар тиҙерәк төҙәлһен, тиһәң, йомортҡа ҡабығын онтап (он итеп ваҡлап, ашаған ризыҡтарыңа ҡуш) аша.
Аяҡ табанын лимон менән ышҡы – эсеңә ауырыу кермәҫ.
Йәнә хәрәкәттә бәрәкәт икәнен онотмайыҡ!